Рәсәй менән Башҡортостан

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Рәсәй менән Башҡортостан (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (111-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Рәсәй менән Башҡортостан


Рәсәй менән Башҡортостан
Ике ҡайын – ишелеп үҫкән,
Олонона тамға һалып,
Быуат-быуат йылдар үткән.

Был дуҫлыҡты боҙмаҡ булып,
Ажғыр елдәр аҙарынған,
Ут ҡамсылы ҡара болот,
Тау артынан ҡабарынған.

Бер-беренә һыйынған да
Йәнәш ҡалған ике ҡайын,
Олондары уралған тик
Ел-дауылдар иҫкән һайын.

Күпме йәшен-ҡыйралышҡа
Был ҡуш ҡайын бирешмәгән,
Бер Ҡояшҡа үрләгәндәр,
Юлдары һис киҫешмәгән.

Рәсәй менән Башҡортостан
Бер яҙмышлы ике дәүләт,
Һулымаҫҡа, ҡоромаҫҡа,
Бер-береңә терәк кәрәк.

Айырылмаҫ олон булып,
Яҙмышыбыҙ ишелгән бит,
Бергә-бергә тир-йәш түгеп,
Күпме һыуҙар киселгән бит.

Рәсәй менән Башҡортостан
Ике ҡайын – ишелеп үҫкән,
Теләктәр бер – Ҡояш ҡына
Гел балҡыһын аяҙ күктә!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.