0%

Раритет. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Раритет. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 11.06.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Күңелемдә, ҡапыл, шылт итте лә,
Ниҙер һынды. Ахыры, боҙолдом.
Сәбәпсеһе – һинең тик бер һүҙең,
Уйламайса әйткән һүҙ булды.

Мин бит хәҙер иҫке машиналай –
Запчасть сығармайҙар беҙҙәргә,
Йәшәп өйрәнгән дә кеүек инем,
Үпкәләмәй ауыр һүҙҙәргә.

Иҫке машиналар ышаныслы
Һылап-һыйпап торһа хужаһы,
Раритетҡа тиңләп үҙ-үҙемде
Ашыҡтыммы әллә мин тағы?

Яңы текә машиналар өсөн
Тест-драйв, тюнинг, эргономика –
Аҡсаң ғына булһын! Хәлең етһен!
Түҙемлек һәм экономика…

Машинаһын ҡатынынан артыҡ
Яратыусы ирҙәр күп инде –
Һатып алып булмай тоғролоҡто,
Һатып алып булмай һөйөүҙе.

Йөрәк ауыртыуы үтер әле,
Күңел генә ҡалыр ямаулы…
…Текә машиналар - аҙым һайын,
Раритеттар ғына һанаулы!