100%

Полк улы . Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Полк улы
автор Гүзәл Ситдиҡова
Ижад итеү ваҡыты: 2014 йыл. Нәшер ителгән: 2014, май. Сығанаҡ: Башҡортостан,2014, 6 май • Хикәйә


Хикәйә

Камилдарҙың күршеһендә йәшәгән бабай байрам көндәрендә орден-миҙалдар тағып сыға. Уға ҡарап, малайҙың атаһы менән әсәһе бер саҡ үҙ-ара һөйләшеп тә алдылар:

- Ул нисек ветеран икән, һуғыш ваҡытында ун йәштәр самаһы ғына булғандыр инде?!

Шунан, бәлки үҙе шулай йәш күренәлер, тип һығымта яһап ҡуйҙылар.

9 Майҙа малайҙы ата-әсәһе ҡала буйлап йөрөтә, батырҙар һәйкәлдәрен ҡарайҙар, парк буйлап йөрөйҙәр.

Был юлы ла Камилды матур итеп кейендерҙеләр ҙә, ишек алдында үҙҙәрен көтә торорға ҡуштылар.

Малай ишек алдында торған эскәмйәлә теге ветеран бабайҙы күрҙе. Ул да байрамса кейенеп алған, орден-миҙалдары ялтырап тора. Малайҙың күҙ ҙә алмай шуларға ҡарағанын күреп:

- Һаумы, улым, - тине бабай. - Миҙалдар оҡшаймы?

Камил уңайһыҙланып китте, әммә ҡыҙыҡһыныуын еңә алманы:

- Эйе. Ә һин һуғышта булдыңмы ни? - тип һораны.

Бабай көрһөндө:

- Булдым шул, улым. Һинән саҡ ҡына ҙурыраҡ инем.

Малай аптырап китте.

- Шундай бәләкәс кенә малайҙы нисек һуғышҡа алдылар һуң? - тине.

- Йәйге каникулға Өфөнән олатайымдарға, Украинаға, алып ҡайтып ҡуйғайнылар. Һуғыш башланды. Фашистар ҡалабыҙға бомба ташланы. Мин урамда уйнап йөрөй инем - ҡайтып өлгөрмәнем. Бер бомба олатайымдар йортона төшкән. Шулай урамда ҡалдым.

Бабайҙың күҙҙәрендә йәш күренде. Ул бер аҙ һүҙ ҙә әйтә алмай ултырҙы ла дауам итте:

- Күршеләр партизан отрядына, урманға ҡасты. Мине лә үҙҙәре менән алдылар. Шулай бәләкәстән генә яугир булып киттем. Ҡулыма мылтыҡ тотторманылар, әлбиттә. Әммә партизандарға ярҙам иттем - һыуын да ташыным, ут та яҡтым, утын да ярҙым.

Бабай Камилдың ҡулдарын усына һалды.

- Һин дә эшкә өйрән, улым. Тормош төрлөсә булып китеүе мөмкин. Ир кеше ҡара эштән ҡурҡмаҫҡа,ҡул хеҙмәтен дә белергә тейеш. Малай ризалығын белдереп баш ҡаҡты.

- Атайым да шулай ти ул, баҡсаға алып барып, ер ҡаҙырға өйрәтә. Бәләкәс кенә тырмам менән балтам да бар, - тип ғорурланып әйтеп ҡуйҙы.

Бабай Камилдың арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы. Шунан дауам итте:

- Әҙерәк үҫә биргәс, мине ҡалабыҙға разведкаға ебәрә башланылар. Мин унда кәрәкле кешеләргә хәбәр бирә, улар әйткәнде хәтерҙә ҡалдырып, ҡайтып һөйләй торғайным. Шунан беҙҙең армия ла Украинаға килеп етте. Партизандар уларға ҡушылды, ә мине полк улы итеп алып ҡалдылар. Мин инде ысын һалдаттар иҫәбенә инеп киттем, һуғыш бөткәс тә хәрби хеҙмәттә булдым.

- Бик яҡшы һалдат булғанһыңдыр, бабай, ана күпме орден-миҙал биргәндәр, - тине Камил.

Ветеран йылмайып баш ҡаҡты.

Шул саҡ ишектән Камилдың ата-әсәһе килеп сыҡты ла, бабай менән иҫәнләшеп, байрам менән ҡотланы. Улдары менән улар байрамса биҙәлгән урамға сыҡты. Малай үҙе ишеткәндәрен һөйләп биргәс, ата-әсәһе:

- Бына күршебеҙ ниндәй герой икән! Уны мәктәпкә лә саҡырайыҡ - ветерандарҙан күп нәмәгә өйрәнергә лә була, хөрмәт күрһәтергә лә кәрәк, - тинеләр.