0%

Пожарник янында(шиғыр).М.Садрый

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Пожарник янында(шиғыр).М.Садрый (Шиғыр )
автор М.Садрый
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Пожарник янында


 Пожарник ағай янына
 Киләбеҙ ҙә етәбеҙ.
 Әйтерһең, бер командала
 Бергә хеҙмәт итәбеҙ.
Минең ярҙамсыларым,— ти,—
 Тимәк, эшкә ярайбыҙ.
Малай-шалай ут яҡмаһын —
 Тирә-яҡты ҡарайбыҙ.
Их, күрһәң ине ағайҙы
 Ут һүндергән сағында.
 Юҡ, күрмәйек, ҡабынмаһын,
 Дөрләмәһен янғындар!


1996 йыл