Jump to content

Поезда(хикәйә). В.А.Сухомлинский

From Wikisource
Поезда (хикәйә )
автор В.А.Сухомлинский
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Поезда


 Беҙ вагонға ултырабыҙ һәм йылы диңгеҙгә табан сәфәр сығабыҙ. Беҙгә диңгеҙҙе генә барып күрергә лә кире ҡайтырға кәрәк.
Кисләй. Балалар киске ашты ашай, урын һала һәм йоҡларға әҙерләнә. Тән буйы барырға бит. Вагондар еңелсә генә һелкенә һәм йоҡо килтерә. Балалар урындарына ята. Ҡара күҙле иң бәләкәй Оля:
— Һеҙ, поезды машинист йөрөтә, тигәйнегеҙ. Ә төндә уны кем йөрөтә? Әллә ул үҙе барамы? — тип һорай.
— Төндә лә поезды машинист йөрөтә.
— Нисек? — тип аптырай Оля. Башҡалар ҙа ҡыҙыҡһынып тыңлай. — Төндә ул йоҡламаймы ни?
— Йоҡламай.
— Беҙ йоҡлайбыҙ, ә ул йоҡламаймы? Төн буйымы? — тип тағы ла нығыраҡ аптырай Оля.
— Эйе, машинист төн буйы йоҡламай. Әгәр ул бер генә минутҡа булһа ла йоҡлап китһә, поезд һәләкәткә осраясаҡ, беҙ үләсәкбеҙ.
— Нисек инде ул,- тип төшөнмәй Оля. — Уның да йоҡоһо киләлер бит?
— Килә, әммә ул поезды йөрөтөргә тейеш. Һәр кеше нимәлер тейеш. Тәҙрәгә ҡарағыҙ әле, күрәһегеҙме, тракторсы ер һөрөп йөрөй. Төн, ә ул эшләй. Күрәһегеҙме, уға нисек прожектор менән баҫыуҙы яҡтыртып ҡуйғандар. Сөнки ул эшләргә тейеш. Көндөҙ генә эшләһәләр, икмәк етмәҫ ине...
— Мин дә тейешменме? — тип һорай Оля, — Мин дә, мин дәме? — тиҙәр балалар.
— Беҙ бөтәбеҙ ҙә тейеш. Кеше булырға. Был — иң мөһиме.

 


1988 йыл