0%

Пикассо һүрәте. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Пикассо һүрәте (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Пикассо һүрәте


Боҙло тәҙрә.
Йылмаяһың.
Ҡәҙерлем, һинең йөҙөң
Пикассо һүрәте һымаҡ
Күренә өҙөм-өҙөм.

Һин китәһең,
Мин ҡаламын.
Ҡаламын буш ҡалала.
Юлың алыҫ,
Иҫлә, йәнем,
Ҡарлы-боҙло далала

Ҡайнар йәнле берәү һинең
Ҡайтыуыңды көткәнен,
Юл юраусы сәс үремен
Үргәнен дә һүткәнен...

Хушлашыуға беҙ күнеккән,
Сыныҡҡан боҙло күңел.
Тәҙрә аша
Ваҡыт баға:
Онотоуҙан уны төңөл!

Оноторлоҡ түгел һөйөү,
Ҡарланып-боҙланһа ла,
Пикассо һүрәтеләй, ул
Бүленеп һыҙланһа ла.

Онотолмаҫ саф мөхәббәт,
Күңел боҙға ҡатһа ла,
Йәшлегебеҙ генә ҡайтмаҫ,
Сыйырсыҡтар ҡайтһа ла...