0%

Оҫта ҡулдар(шиғыр). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Оҫта ҡулдар ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Оҫта ҡулдар


 Һаламдан, йүкәнән
 Үрелгән йәнлектәр
 Биҙәкләп тегелгән
 Сумкалар төрлөктән.
 Балсыҡтан яһалған
 Өҫтәлдәр, һауыттар
 Таҫтамал башына
 Сигелгән тауыҡтар
 Сәскәләп, итәкләп
 Тегелгән күлдәктәр.
 Алъяпҡыс, камзулдар
 Ғәжәйеп үрнәктәр.
 Быларҙың барыһын
 Балалар эшләйҙәр.
 Уларҙы юҡҡа шул
 «Оҫта ҡул» тимәйҙәр.
 


1993 йыл