Jump to content

Ошаҡсы(әкиәт). Башҡорт халыҡ ижады

From Wikisource
Ошаҡсы ( әкиәт )
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Ошаҡсы


 Бер ваҡыт арыҫлан ауырый башлаған. Бөтә януарҙар арыҫландың хәлен белешергә килгәндәр. Бары төлкө генә булмаған. Бүре арыҫланға:
— Эй, батшам, төлкө хәл белергә килеү түгел, һине батша тип тә белмәй, — тигән.
Шул арала төлкө лә килеп еткән. Уға бүренең һүҙҙәрен еткергәндәр. Арыҫлан төлкөнө күреп, бик ҡаты асыуланған. Төлкө әйткән:
— Эй, солтаным, һүҙемде әйтергә рөхсәт ит. Мин, һинең ауырығаныңды ишеткәс, дарыу эҙләп йөрөп һуңға ҡалдым. Дарыу таба алманым, әммә бүренең йылы тиреһенә уранып ятһаң, һауығырһың, тигән хәбәр килтерҙем.
Арыҫлан шунда уҡ ошаҡсы бүрене үлтерә һуҡҡан.
 


2006 йыл