Jump to content

Остазым генерал Мирсалих Биксуринға мәҙхиә

From Wikisource
Остазым генерал Мирсалих Биксуринға мәҙхиә
автор Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев
Ижад итеү ваҡыты: 12.02.1878. Нәшер ителгән: 1897. Сығанаҡ: Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим. Йәдкәр. Шиғырҙар, публицистик яҙмалар, тәржемәләр, халыҡ ижады өлгөләре, тарихи-этнографик яҙмалар — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — 288 б. — 80—81-се биттәр.


Сәләм башта һеҙгә, эй, мөғәллим, Ҙур бәхеттәр беҙгә һеҙҙән был тәғлим[1]. Кәрәк эҙләүсе ғилемдән файҙа, Ғәмәлһеҙ яҡшылар торманы пайда[2]. Миндәй ғәфләттән[3] һүнеүсе сыраҡты Кире яндыр, күңел бирһә, теләкте. Ырымбур йортона керһәм, ул шәһрә[4] Ни булған инде, алһам чәнд бәһрә[5]. Шул ғилем баҡсаһында һин сәрри әфраз[6], Ярҙамыңды күрһәт беҙгә, серең ас. Зәһи кем алды бәһрә, булды чәһрә[7], Минең эшем емешһеҙ, китте дәһрә[8].




Иҫкәрмәләр

  1. Тәғлим — уҡыу, өйрәнеү.
  2. Пайда — аяҡта; ныҡлы.
  3. Ғәфләт — ғәмһеҙлек.
  4. Шәһрә — данлыҡлы, билдәле.
  5. Бәһрә — бер ни тиклем емеш (өлөш).
  6. Сәрри әфраз — ҡалҡып торған серле бер фекер эйәһе (бикҙур ғалим).
  7. Зәһи кем алды бәһрә, булды чәһрә — емешеңде кем яҡшы (һәйбәт) алһа, шул булды яҡты йөҙлө (бәхетле).
  8. Китте дәһрә — ғүмер бушҡа уҙа.