0%

Олатайым менән өләсәйем(хикәйә). Фәниә Сынбулатова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Олатайым менән өләсәйем (хикәйә )
автор Фәниә сынбулатова
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Олатайым менән өләсәйем


 Мин каникулдар башланғас, атайым һәм әсәйем менән Байыш ауылына юлланам. Байыш ауылы Ейәнсура районында. Унда минең олатайым менән өләсәйем һәм Тимерхан ағайым йәшәй. Тимерхан ағайым — олатайымдарҙың кинйә улы, йәғни әсәйемдең ҡустыһы.
Олатайымдар беҙҙе бик йылы ҡаршы алды. Тимерхан ағайым эштә ине. Күмәкләшеп һөйләшә-һөйләшә сәй эстек. Унан атайым менән олатайым умарталарҙы ҡаранылар. Беҙ өләсәйем менән йылға буйына ҡаҙҙарҙы ҡарарға төштөк. Әсәйем иҙән йыуырға тип тороп ҡалды.
Иртәгеһен күмәкләшеп картуф утарға тотондоҡ.
— Йәшелсә баҡсаһында ла эш етерлек. Уныһын — иртәгә, — ти атайым. 
Өс-дүрт көндән әсәйемдәр ҡайтып китәсәк. Мин бында ҡалам. Кисен көтөүҙән өләсәйемдең Ҡуңырбуғаһын ҡаршылайым. Унан башҡа ла эш күп, Тимерхан ағайым көнө буйы эштә. Мин ярҙам итмәһәм, кем итһен? Олатайым менән өләсәйем миңә, ҡартатайым менән ҡартәсәйем кеүек, берҙәй яҡын. Олатайым бит — әсәйемдең атаһы. Өләсәйем — әсәйемдең әсәһе. Шуға күрә улар миңә үтә ҡәҙерле.

 


2006 йыл