Jump to content

Олатайымдың ҡулдары(хикәйә). Р.Байбулатов

From Wikisource
Олатайымдың ҡулдары ( хикәйә)
автор Р.Байбулатов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Олатайымдың ҡулдары


 Мин ҡалала йәшәйем. Олатайым менән өләсәйем ауылда тора. Быйыл йәй мин улар янына ял итергә ҡайттым.
Олатайым хәҙер инде пенсияла. Ләкин ул һис кенә лә тик ултырмай, һаман да эшләп көн уҙғара.
Берҙән-бер көндө иртән ул мине лә үҙе менән барырға саҡырҙы.
— Ҡайҙа киттек, олатай? — тип ҡыҙыҡһындым мин.
— Һуңғараҡ белерһең. — Ул йылмайҙы.
Йәшел ҡоймалар буйлап атлай торғас, беҙ яңы һалынған йортҡа барып индек. Ишек алдында ҡыҙыл кирбестәр өйөлөп ята. Хужа ағай беҙҙе йүгереп килеп ҡаршыланы.
— Башлайбыҙмы? — тине олатайым, кейемен алмаштырғас. Беҙ малайҙар менән әлеге кирбестәрҙе йүгерә-йүгерә өй эсенә ташыйбыҙ. Тиҙҙән олатайым уларҙы, балсыҡ менән йәбештереп, шаҡмаҡтар һымаҡ теҙә башланы. Хас беҙ балалар баҡсаһында уйнаған һымаҡ инде. Олатайымдың ҡулына күҙ эйәрмәй. Оҙаҡламай ул кирбестәрҙе түшәмгә саҡлы теҙеп тә ҡуйҙы.
Олатайым өйҙөң ҡыйығына торба ултыртҡас, мейескә ут яғырға ҡушты. Ә беҙ унан төтөн сыҡҡанын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Күп тә үтмәне, малайҙар сәпәкәйләп ебәрҙе. Өй эсендә лә мейестең гөлтләп яныуына шатланалар ине. Хужа ағай:
— Рәхмәт, Ғәбит бабай. Алтын ҡулдарың мең йәшәһен, — тип олатайымдың балсыҡҡа буялған ҡулдарын ҡыҫып ҡуйҙы.
— Изгелеген күрегеҙ, улым. Теләгемдең ҙуры шул — күңелегеҙ өшөмәһен.
Өйгә ҡайтып, сәй эсеп ултыра инек, уҡытыусы Сара апай килеп инде.
— Ғәбит ағай, мәктәптең тышҡы ишеген яңыртырға кәрәк ине. Һорауымды кире ҡаҡма, — тине ул, үтенгән һымаҡ.
Мин хәҙер бөтөнләй олатайым тирәһендә урала башланым. Уның ҡулына әле сүкеш, әле балта тотторам. Ваҡ-төйәк ҡаҙауҙарҙы үҙем дә ҡаҡҡылайым. Ә ул осҡондар сәсрәтеп эшләй. Тырыша торғас, мәктәптең һап-һары яңы ишеген дә урынына ҡуйҙыҡ. Беҙ һелкенеп торған парта, ултырғыстарҙы нығытып бөтөүгә, мәктәпкә Сара апай килеп инде.
— Эй, ҡулдарың алтын да инде, Ғәбит ағай, — тине ул, һоҡланып. — Йәһәт кенә эшләйһең дә ҡуяһың.
— Шулай өйрәнелгән бит, ҡыҙым, — тине олатайым сабыр ғына. Ул уҡытыусы менән бер аҙ һөйләшеп торҙо ла ырҙын яғына китте. Ә мин:
— Сара апай, ниңә олатайымды бөтәгеҙ ҙә алтын ҡуллы тиһегеҙ? Уның бит бармаҡтарында бер ниндәй ҙә алтын һымаҡ нәмә юҡ.
Сара апай, йылмайып ҡына:
— Сөнки ул бик күп һөнәр эйәһе. Ҡулы нимә теләй, шуны эшләй. Унан бер ҡасан да олатайың ялҡауланмай, эште еренә еткереп башҡара. Аңлашылдымы?
— Аңлашылды, — тинем мин.
 


1988 йыл