Октябрь Революцияһы таңында. Мәжит Ғафури

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Октябрь Революцияһы таңында
автор Мәжит Ғафури
Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й. • * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.


Өс-дүрт көн була инде — Петроградтан телеграмма юҡ. Көн-төн туҡтамай хәбәр йөрөтөүсе телеграмм сыбыҡтары тынлыҡта торалар. Халыҡ араһында ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа төрлө хәбәрҙәр йөрөй:

— Петроградта эшселәр баш күтәргәндәр икән...

— Ас халыҡ: «Икмәк!.. Икмәк!»— тип Государственный Дума алдына барғандар икән... — — Һалдаттар фронтҡа бармай, эшселәргә ҡушылғандар икән!..— тиҙәр. — Ләкин был һүҙҙәрҙе бик йәшерен рәүештә генә һөйләйҙәр. Һөйләшер алдынан тирә-яҡҡа ҡарап алалар. Шунын. менән бергә был «имеш хәбәрҙәр» генә кешеләрҙе ҡәнәғәтләндермәй. Нисек булһа ла эштең асылын беләһеләре килә. Шикләнеп тә ҡуялар.

— «Имеш» һүҙҙәргә ышанып, харап булып ҡуймайыҡ. Эшселәр ишетә күрмәһен!— тиҙәр.

Петроградтан хәбәрҙәр килмәү өҫтөнә, бындағы ҙур түрәләрҙең, ғәскәр башлыҡтарының морондары төшкән. Йөрөш-тороштарында үҙгәреш һиҙелә. Уларҙың йөҙҙәре ағарып, шомло рәүештә йәмһеҙ, асыулы күренәләр. Элек аяҡтарын бик ныҡ баҫып, осраған бер һалдаттан честь бирҙереп йөрөгән ғорур офицерҙар, баҫҡан ерҙәренең йомшарғанын һиҙгән кеүек, шикләнеп, ҡурҡып атлайҙар. Ошо ғәләмәттәргә ҡарағанда, ни ҙә булһа бер нәмә барҙыр...

Иҫкесә марттың беренсе-икенсе көндәрендә был шөбһәләр тағы ла арта төшәләр. Ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа һөйләшеүҙәр йышаялар.

Яҙҙың матур, ҡояшлы көнө булыуға ҡарамаҫтан, түрәләрҙең, ғәскәр башлыҡтарының йөҙҙәрендәге аҡлыҡтары ҡыҙармай. Күҙҙәрендәге асыуҙары баҫылмай.

Күрәһең, уларға ундағы ҙур ваҡиғалар хаҡында йәшерен телеграмма килеп, улар үҙҙәренең һуңғы көндәре еткәнен һиҙә торғандарҙыр. Шуның өсөн марттың йылы ҡояшы ла уларҙың йөҙҙәрен ҡыҙарта алмай, туңған йөрәктәренә тәьҫир итеп, йылылыҡ бирә алмай торғандыр.

1917 йыл, марттың иртәнге ҡояшы бик матур. Уның нурҙары эшкә барған эшселәрҙе һөйөп ҡаршы алды. Иртәнге яҙғы саф һауа ҡыҫылған күкрәктәрҙе киңәйтеп ебәргән кеүек булды. Эш ҡоралдары ла боронғо кеүек ауыр түгел, уйнап торған кеүек торалар.

Эш башланғандан һуң күп тә үтмәй, бер нисә йөҙ эшсе булған заводтың контораһындағы телефон ашығып шылтырай башланы.

Заводтың мөдире ашығып барып, телефон трубкаһын ҡулына алып:

— Кем бар? Нәмә кәрәк?— тип һораны ла, үҙе ҡаршы яуап бирмәй, тик: «Ну? Ну? Шунан? Әйт, әйт! Ай-һай, ай-һай!.. Ысын булырмы икән?»— тигән сөәлдәрҙе теҙә башланы. Был ваҡытта уның йөҙө бер ағара, бер күгәрә, ҡулы ҡалтырай, күҙҙәре бер түбән төшә, бер түшәмгә ҡарайҙар ине.

Уның шундай ашығыс сөәлдәре, йөҙөнөң ағарыуы конторалағы яҙыусыларға ла, эш менән кереп мөдирҙе көтөп торған эшселәргә лә тәьҫир итеп, улар һәммәһе лә мөдирҙең ҡалтыраған кәүҙәһенә, ағарған йөҙөнә ҡарап торалар.

Мөдир һүҙен бөтөрөп, телефондың трубкаһын элеп ҡуйҙы ла күңелһеҙ генә булып урынына килеп ултырҙы.

Конторалағылар уның ғәҙәттән тыш бер эш хаҡында хәбәр алғанын һиҙеп, ниндәй хәбәр икәнен беләһеләре килде һәм, берәр минут тынлыҡтан һун, араларынан береһе:

— Әллә берәр уңайһыҙлыҡ бармы?— тип һораны.

Мөдир йөҙөндәге күңелһеҙлекте бөтөрөп, йөҙөнә шатлыҡ бирергә тырышҡан кеүек:

— Беҙ көткән минуттар етте. Петроградта ҙур ихтилал булып, иҫке хөкүмәт алмашынып, яңы хөкүмәт ултырған. Боронғо министрҙарҙың күбеһе арестовать ителгән, батша төшөрөлгән,— тип тирә-яғындағыларға ҡараны. Уның һуңғы һүҙҙәре тирә-яғындағы кешеләрҙең:. — — Ура!.. Ура!.. — — Залим хөкүмәт бөткән! — — Батшаның тәхете емерелгән!— тип ҡысҡырған тауыштары аҫтында юғалды. — Өс минут эсендә был хәбәр заводтағы бөтә эшселәр араһына таралып өлгөрҙө. Завод эсендә шау-шыу башланды. Шатлыҡ тауыштары яңғыраны. Эшселәр унар-ун бишәре бер урынға йыйылып һөйләшергә керештеләр.

Теге башта «Марсельеза» йырлаған тауыш бөтә бинаны яңғыратып ебәрҙе. Шуның артынан уҡ бер төркөм эшселәр контораға килеп керҙеләр. Мөдир был «эшкә» башбаштаҡлыҡ тип уйланы булһа кәрәк, кәйефһеҙләнде, бығаса рөхсәтһеҙ кермәгән эшселәрҙең былай төркөмө менән контораға тулыуҙарына сыҙап тора алманы.

— Нәмә бар?.. Ул саҡлы ниңә контораға тулаһығыҙ?— тине. Ләкин уның күҙҙәренә сыҡҡан асыуын күреүсе, әйткән һүҙҙәрен ишетеүсе булманы. Эшселәрҙең тауыштары уның һүҙҙәрен юҡҡа сығарҙылар.

Аҙ ғына һөйләшкәндән һуң, бер эшсе йүгереп барып, стенала торған батша һүрәтен тартып төшөрҙө лә иҙәнгә атып бәрҙе.

Уның туҙандары тирә-яҡҡа таралып, эшселәрҙең аяҡ аҫтарында юғалды. Бер минуттан һуң ул һүрәттең тетелгән киҫәктәре эшселәрҙең аяҡ аҫтарында ҡалып, һынған рамдары иҙәндә таралып яталар ине. Мәгәр мөдир генә уға ҡыҙғанған һымаҡ ҡарап ҡуйҙы һәм артыҡ борсолған ҡиәфәттә ҡалтырауыҡлы тауыш менән янындағы берәүгә:

— Улай ашығырға кәрәкмәҫ ине, әле алда ниҙәр булаһын белеп булмай,— тигән һүҙҙәрҙе мығырланы. Ләкин батшаның тетелгән һүрәтенең өҫтөнә баҫып йырланған:

Ташланыҡ, туғандар, иҫке донъяны,

Бөтһөн аяҡтан уның туҙаны,—

тигән тауыштар аҫтында, уның был ҡурҡаҡ йөрәгенән сыҡҡан әкрен тауышы башҡа бер кемгә лә ишетелмәй ҡалды.

Ҙур шатлыҡ бөтә ҡулдарҙы эштән бушатты, күҙҙәр урамға ташланды. Күңелдәрҙә был ҙур алмашыныуҙың нисек булғанын айырып белеү арзуһы тыуҙы.

Күп тә үтмәне, контора ишегенән берәү кереп, эшселәрҙең уртаһына баҫып, батшаның төшөрөлөүен, министрҙарҙың арестовать ителеүҙәрен ашығып һөйләгәндән һуң, эшселәрҙең хәҙер урамға сығырға, шатлыҡ намайыштары яһарға кәрәк икәнен әйтте. Уның был һүҙҙәре тағы шатлыҡ тауыштары менән ҡаршы алынды.

Тағы бер аҙҙан һуң урамдан:

— Ура! Ура!— тауыштары ишетелде.

Әллә ҡайҙа йыраҡта ихтилал йырҙары йырлаған тауыштар яңғырай башланы. Шуның артынан уҡ ҡыҙыл флагтар күтәргән эшсе төркөмдәре үтергә керештеләр. Шунда уҡ был заводтың эшселәре лә урамға сығып теҙелделәр һәм, ҡайҙандыр ҡыҙыл флаг алып, алға киттеләр.

Бер сәғәт эсендә ҙур урамдар ҡыҙыл байраҡтар күтәреп алға, ҙур майҙанға барған эшселәр менән тулып китте.

Быларҙың берҙәм йырлаған йыр тауыштары, ура ҡысҡырыуҙары һауаға күтәрелде. Ҡайһы йорттарҙандыр сығарылып урамға ташланған батша һүрәттәре аяҡ аҫтында ҡалып иҙелделәр. Аяҡтар ныҡ баҫалар, ҡулдар ҡыҙыл байраҡтарҙы ныҡ тотҡандар.

— Алға, алға!— тауыштары тулҡынлана. — — Ҡайҙан сығып өлгөргән был саҡлы күп халыҡ? — — Ҡайҙан йыйылған шул арала был саҡлы күп ҡыҙыл байраҡтар?— тип ғәжәпкә ҡалаһың.

Меңәрләгән халыҡ шатлыҡ намайышынан ҡайтыуға урамдарҙа ашығыс телеграммалар һатыла ине.

Һәр кемдең тиҙерәк алып, тиҙерәк уҡыйһы килә. Был телеграммаларҙа Петроград ихтилалының тәфсиле министрҙарҙың арестовать ителеп, Таврида һарайынан Петропавловский крепосҡа оҙатылыуҙары, батшаның ни рәүешле төшөрөлөүе һәм уның Псков шәһәрендә икенсе мартта сәғәт биштә батшалығынан ваз кисергә мәжбүр булып, илап яҙған һуңғы манифесы вә башҡалар баҫылғандар ине.

Был телеграммаларҙы уҡып эшселәр шатланалар. Ситтән ҡарап тороусыларҙың йөҙҙәре ағара, ҡалтыраналар. «Ахыры хәйерле булһын»,— тип, ирендәрен ҡалтыратып доға ҡылалар.

Завод мөдире шатлыҡ намайышына сыҡмай ҡалыуға уңайһыҙланды. Ләкин ул эшселәр менән бер рәттән күп бара алманы, үҙендә әйтеп бөтөргөһөҙ уңайһыҙлыҡ һиҙеп, сафтан айырылып сығып, ҙур өйҙөң урамға сыҡҡан ишеге төбөндә торған йыуан бер кеше янына барып, башын эйеп күреште. Улар ашығыс телеграмманы алып күҙ йөрөтөп сыҡҡандан һуң, бер-береһенә ҡарашып ниҙер һөйләштеләр ҙә асыулы күҙҙәрен урамдағы эшселәр төркөмөнә ташланылар. Сөнки улар намайышта бөтә теләктәре емерелеүен һиҙҙеләр, бынан һуң эшселәрҙе ҡол итеп тота алмауҙарын күрәләр ине.

Был күренеш революцияны теләмәгән кешеләр өсөн ауырҙыр шул.

Ләкин йөҙ миллионлаған эшсе-крәҫтиән өсөн был ҙур алмашыныу әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ бирә. Улар ҙур өмөт менән ҡулдарына ҡыҫып тотҡан ҡыҙыл байраҡтарын елберләтеп, көслө аҙымдар менән алға — Октябрь революцияһына таба баралар.

Февраль революцияһының матур таңында Октябрь көтөп, шуға юл әҙерләйҙәр һәм: «Йәшәһен революция!»— тип ҡысҡыралар ине.