0%

НӘФСЕҢДЕ АҘҘЫРМАҺАҢ... отолмаҫһың бер кемдән. Рөстәм Нурыев

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
НӘФСЕҢДЕ АҘҘЫРМАҺАҢ... отолмаҫһың бер кемдән. (Мәҡәлә)
автор Рөстәм Нурыев, Башҡорт Википедияһы хакимы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ихтисадсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе.
Ижад итеү ваҡыты: 2011. Нәшер ителгән: "Киске Өфө" гәзите, сентябрь 2010 йыл, № ?. Сығанаҡ: Рөстәм Нурыев яҙмалары. НӘФСЕҢДЕ АҘҘЫРМАҺАҢ... отолмаҫһың бер кемдән.


* * *


Кемгә нисек, ә минең өсөн "Нәфсеңде аҙҙырма!" тигән һүҙҙәрҙә оло мәғәнә ята. Яңы йылда Мавроди исеме менән бергә МММ һәм финанс пирамидаһы төшөнсәләре, бүренән ҡасҡан ҡуян тиҙлеге менән, яңынан тормошобоҙға килеп керҙе. Һәм кешеләргә ҡомарлы уйында ҡәтғи рәүештә ҡатнашмаҫҡа өндәп, МММ уйынының яңы төрө иғлан ителде.

Йәшермәйем, мин дә уйындың 22 ғинуарҙа баҫтырылған өлгө-тәртибен уҡып сыҡтым. Хатта үҙем өсөн, әгәр ҡатнашһам, отмаһам да, отолмаҫлыҡ уйын стратегияһын төҫмөрләп ҡуя һалдым. Эйе, нәфсе һәр кем күңелендә ултыра шул. Ә ҡомарлы уйындар кешенең шул йомшаҡ яғын иҫәптә тотоп ойошторола ла инде. Быға тиклем нәфсемде тыйып килдем, ниндәйҙер уйынға үҙемде йәлеп итеүгә ҡаршы тора алдым. Бик абруйлы ағайҙар "ышаныслы инвестиция проекттарына" ҡушылырға тәҡдим итеп ҡаранылар, ауылдаш апайҙар: "Һин финанс-иҡтисад институтын тамамлағанһың, бындай уйындарҙың отошло икәнен яҡшы беләһең", - тип өгөтләнеләр. Ә мин: "Юғары отош юғары отолош менән йәнәш йөрөй", "Буштан килгән - бушҡа китә, үҙе менән өс өлөш хәләлеңде ала", "Нәфсене бер ҡулдан ысҡындырһаң, кире ауыҙлыҡлауы бик ауыр", - тип, тәҡдимдәрҙе кире ҡаға барҙым. Артабан да шулай булһын.

Үҙәк телевидение каналдарында аҡса түләнмәйенсә бер генә тапшырыу ҙа эфирға сыҡмай, тиҙәр. Биш көн эсендә төп өс федераль каналда - Вести (16 ғинуар), 1ТВ (18 ғинуар), НТВ (21 ғинуар) каналдарында МММ тураһында барған берәр сәғәтлек тапшырыуҙарҙың хаҡын кем түләне икән? Ни өсөн сәйәсмәндәр, финанс белгестәре, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, хатта Мавроди үҙе лә, кешеләрҙе МММ проектында ҡатнашмаҫҡа өндәй? МММ һымаҡ ҡомарлы уйындарҙа кем отола һәм кем ота? ВЦИОМ етәксеһе Валерий Федоров әйтеүенсә, рәсәйлеләрҙең 15 проценты яңы уйынға ҡушылырға әҙерлеген белдергән дә инде. Тимәк, ойоҡтарҙа, китап араларында ятҡан аҡсалар хәрәкәткә киләсәк. Ә кемдер үлемтеккә һаҡлағанын йәки ауыҙынан өҙөп йыйған һуңғы һумдарын уйынға тығасаҡ. Уйындың тәҡдим ителгән тәртибе буйынса, банк системаһы аша финанс әйләнешенә индерелгән аҡса күләме йөҙәрләгән миллиард һумдар менән иҫәпләнеүе ихтимал. Был насармы, әллә яҡшымы? Кем өсөн һәм нисек? Аҡса әйләнешенән килгән килем ысын байлыҡмы, әллә буш ҡыуыҡмы? Матди байлыҡ менән рухи байлыҡтың айырмаһын аңлатыр өсөн йәмғиәткә ебәрелгән тағы бер һынау түгелме? Яңы МММ уйынында күпме милләттәштәрем үҙ "бәхетен" һынар? Улар финанс пирамидалары, селтәрле маркетинг проекттарында уңышҡа өлгәшеү йәһәтенән ҡулланылған стратегия төрҙәрен беләме? Үҙ фекеремде, тәжрибәмде һөйләһәм, улар мине нисек аңлар һәм ниндәй ҡарар ҡабул итер? Ғөмүмән алғанда, МММ тураһында һүҙ ҡуйыртыу урынлымы?

Ошолар хаҡында уйлап-уйланып йөрөгәндән һуң, милләттәштәремә ябай ғына итеп: "Аҡыл менән генә ҡарар ҡабул ит, нәфсеңде аҙҙырма, ата-бабаларҙан килгән тәртипте һаҡла, динебеҙ өнәмәгән ҡомарлы уйындарҙан йыраҡ тор", - тип кәңәш итер инем. Ә үрҙә яҙылған һәм яҙылмаған һорауҙарға һәр кем үҙ аллы яуап табырына ышанам. Башҡорттарҙың мейеһе, Мавродиныҡы һымаҡ, 12 тапҡыр урынынан күсмәгән һәм уныҡынан яҡшыраҡ эшләй. Иң мөһиме, тормошта йәшәүҙең мәғәнәһе аҡсала, байлыҡта түгел, ә киләсәк быуында, балаларҙа икәнен белә.


2011