0%

Нотоҡ(шиғыр). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Нотоҡ ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Нотоҡ


 
 Һиңә, ҡыҙым, затлы бүләгем юҡ,
 Бик тә ябай әҙерләгән бирнәм.
 Бәрәкәтле, ҡотло йәм өҫтәһен
 Ҡулдарыңдан бешкән ризыҡ-тәғәм.
 Һәр нәмәгә иман менән тотон.
 Изге ниәт һаҡла уйҙарыңда.
 Сабырлыҡ та менән түҙемлелек
 Етер булһын ғүмер буйҙарыңа.
 Усаҡ тере, балам, ҡатын-ҡыҙҙың
 Күңеленән төшкән яҡтылыҡтан.
 Көткән донъяң йәнә балҡый булыр
 Көс-ҡөҙрәткә эйә яҡшылыҡтан.
 Бисмиллаһи, әлхәм ди-лилилла-һи...
 Ҡалған һөнәр Ғәйшә, Фатиманан.
 Үҙем белдем, тиң дә, әсәй булғас,
 Ейәнемә уны тапшыр, балам!


1993 йыл