Ни эшләрмен?

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ни эшләрмен? (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (19-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


НИ ЭШЛӘРМЕН?


Ни хаҡың бар мине шулай
Өнһөҙ генә язаларға?!
Ни эшләрмен, күҙҙәреңә
“Һөйәм!” тиеп яҙа ҡалһаң?

Ни эшләрмен, төндәр буйы
Һине уйлап яна ҡалһам,
Йөрәгемә үкенеүҙәр –
Һис уңалмаҫ яра һалһаң?

Ни эшләрмен?
Ни эшләрһең,
Башҡа йәрҙәр таба алһаң?
Бикләнермен,
Бары һиңә
Һөйөүемде яба алмам!



Иҫкәрмәләр


CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg


Heckert GNU white.svg
Vous avez la permission de copier, distribuer et/ou modifier ce document selon les termes de la Licence de documentation libre GNU, version 1.2 ou plus récente publiée par la [Free Software Foundation ; sans sections inaltérables, sans texte de première page de couverture et sans texte de dernière page de couverture.