Бесәй, әтәс, эт һәм кәзә бер ишек алдында йәшәйҙәр икән. Кис булыу менән, улар лапаҫ аҫтына йыйылалар ҙа үҙ эштәре тураһында һөйләшә башлайҙар. «Донъяла нимә иң тәмле була?» — тип үҙ- ара һүҙ көрәштерәләр икән.
— Һөттән дә тәмле нәмә юҡ, — тип әйтә, ти, бесәй. — Сысҡан да тәмле, ләкин уны тотоуы ҡыйын.
— Көт тәмлеме ни? Тарыны әйтһәң дә ярай. Унан да тәмле нәмә юҡ, — ти икән әтәс.
— Һеҙ, туғандар, юҡты һөйләмәгеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, иң тәмле нәмә — һөйәк. Мин үҙ ғүмеремдә күпме һөйәк ашаным, унан да тәмле аҙыҡ тапманым, — тигән Һарыбай.
— Ашар өсөн кәбеҫтә япрағынан да яҡшы нәмә юҡ, — ти икән Кәзә.
Улар шулай бәхәсләшәләр, бәхәсләшәләр ҙә, бер һүҙгә килә алмайынса, таралышалар, ти.