Jump to content

Незнай (әкиәт)

From Wikisource

Незнай


Борон-борон заманда бер ир менән ҡатын йәшәгән.Уларҙың бер генә бөртөк улдары булған. Был малай тыуған көндө быларҙың бейәһе ҡолонлаған, эттәре көсөкләгән, хатта бедейҙәре лә балалаған. Малай гел генә шул ҡолон менән, эте, бесәйе менән уйнаған. Атаһы күп ваҡытта ситтә сауҙа ител йөрөгән.

Бына бер ваҡыт атаһы үҙенең сауҙа эше менән ситкә сығып киткәс, әсәһе бер хәлфә менән осраша башлай. Быны малай белен ҡала. Ҡатын да, хәлфә лә ҡурҡыуға төшә. Ни эшләргә? Атаһы ҡайтһа, уларҙың сыуалғандарын һөйләп бирәсәк бит. Хәлфә уйлай-уйлай ҙа ҡатынға улын юҡ итергә кәңәш бирә. Ҡатын ҡурҡып китә, шулай ҙа: «Нисек юҡ итергә?» – тип һорай. Хәлфә ағыу һалып ашатырға ҡуша. Быларҙың һөйләнгәндәрен малайҙың аты ишетеп тора ла бик ныҡ кешнәп ебәрә. Атының кешнәүен ишетеп, малай мәҙрәсәнән югереп аты эргәһенә ҡайта. Ат хәлфә менән ҡатындың яуыз уйҙарын әйтеп бирә, ашты ашамаҫҡа ҡуша.

Төшкөлөккә ҡатын аш бешерә. Малай ашаған кеше булып ултыра ла ашты түгә лә ҡуя.

Икенсе көндө хәлфә ҡатындан:

– Улың үлдеме? – тип һорай.

– Юҡ, – ти ҡатын. Хәлфә әйтә:

– Улай булғас, сөсө күмәскә ағыу һалып бешереп ашат,– ти.

Ҡатын менән ирҙең был хәйләһен дә малайҙың аты ишетеп ҡала. Шунан малайға тағы барыһын да һөйләп бирә. Малай күмәсте ашамай. Был юлы ла малайҙы үлтерә алмағас, ҡатын менән хәлфә яңы хәйлә ҡора башлайҙар.

– Ирең ҡайтҡанда, – ти хәлфә ҡатынға, – һин ауырыған кеше булып ят.Ирең, нимә кәрәк, тип һораһа, хәлфәне саҡырт, тиерһең. Ҡалғанын мин үҙем белермен,– ти.

Бер-ике көн үткәс, ҡатындың ире ҡайта. Ҡайтһа, ҡапҡа бикле. Ҡапҡаны дөбөрҙөтә, – берәү ҙә сыҡмай. Нисек кәрәк, шулай өйгә керә. Өйҙә ҡатыны ах та ух килеп ауырып ята, ти. Ире кергәс тә, ҡатын:

– Тиҙерәк хәлфәгә бар, ул ғына терелтә алыр, үләм, – ти. Ир югереп барып хәлфәне килтерә. Хәлфә:

– Әгәр ҡатыныңдың иҫән ҡалыуын теләһәң, малайың менән атыңдың уң ботон ашат, – ти. Ир аптырап ҡала,

– Нисек инде, хәлфә, ул бит минең берҙән-бер улым, – тигәс, ҡатыны:

– Һин мине яратмайһың. Яратһаң, улың менән атты йәлләмәҫ инең. Мин иҫән ҡалһам, бер түгел, биш улыбыҙ булыр әле,– ти икән. Ир илап-илап ризалығын бирә лә улы менән атын һуйырға әҙерләнә башлай.

Ат быларҙың барыһын да ишетеп ҡала ла малайға бөтәһен дә һөйләп бирә. Малай ҡурҡып, ни эшләргә белмәй аптырап ҡала. Шул саҡта ат малайға кәңәш бирә:

– Мине һуйырға тип алып сыҡҡас, һин: «Атай, атымды бер генә тапҡыр менеп йөрөп киләйем әле?» –тип һорарһың. Атайың рөхсәт итер. Менгәс, ишек алдын икенсе тапҡыр урағанда, миңә ныҡ итеп ҡамсы менән һуғырһың, унан ҡалған яғын мин үҙем белермен, – ти.

Бына атты һуйырға алып сығалар. Малай килә лә атаһынан: «Менеп, бер генә йөрөтөп киләйем әле!» – тип һорай. Ҡатын менән хәлфә: «Ҡуйсәле», – тип, әште ашыҡтыралар. Малай бик үтенеп һорағас, ураҙала гына йөрөтөргә риза булалар. Малай, атына атланып, ураҙаны бер урап сыға; икенсе тапҡыр урай башлағас, аты ҡушыуы буйынса, ҡамсыһы менән атына ныҡ итеп һуғыуы була, аты атылып, малайҙы кәртә аша алып сығып та китә. Уларҙың артынан эт менән бесәй ҙә эйәрә.

Шул китеүҙән ай китәләр, йыл китәләр, Ҡаф тауынан да бейегерәк тауға барып етәләр. Шул тауҙа туҡтап хәл йыялар*

Малай инде егет булып өлгөрөп етә. Бер саҡ ат егеткә былай ти:

– Бында бик ҙур бер таш булыр, бындай таш Ҡаф тауы артында ла юҡ, шул ташты күтәреп алһаң, уның аҫтында утта янмай, һыуҙа батмай, үҙе ҡылыс үткәрмәй торған һуғыш кейеме ятыр. Кейем янында ҡылыс булыр. Уларҙы беҙгә нисек булһа ла алырға кәрәк.

Хәҙер шул ташты эҙләп китәләр. Эҙләп йөрөй торғас, барып табалар. Килһәләр, таш һис күтәрерлек түгел, ти. Шул саҡта ат егеткә әйтә:

– һин уны былай ғына күтәрә алмаҫһың, – ти. – Һин башта минең һул ҡолағымдан кереп, уң ҡолағымдан сыҡ, – ти. Егет аттың һул ҡолағынан кереп, уң ҡолағынан килеп сыҡҡайны, был бик бәһлеүән бер егеткә әйләнде, ти. Килеп ташты күтәрһә, уның аҫтында ысынлап та һуғыш кейеме менән бер ҡылыс ята, ти. Кейемдәрҙең барлығын күргәс, ат егеткә әйтә:

– Әлегә был кейемдәр һиңә кәрәк булмаҫ, хәҙергә ошонда ятып торһондар. Кәрәк булғанда килеп алырбыҙ. Беҙгә айырылырға ваҡыт етте. Кәрәк булғанда, мин һиңә үҙем барырмын йәки һин һыҙғырып мине саҡырып алырһың. Хәҙер һин юлыңды артабан дауам ит. Юлда бер кеше менән дә һөйләшмә. Шар менән сәкән эшләп ал да шар һуғып бар. Бара торғас, бер бик матур ҡалаға барып етерһең, унда бик матур батша һарайы булыр, һарайҙа өс ҡыҙ ултырыр. Улар батша ҡыҙҙары булыр, һине күреү менән миңә лә миңә тип, һинең өсөн үҙ-ара талаша башларҙар. Талаша торғас, һинең артыңдан ҡыуырға тотонорҙар. Ә һин бәләкәйенә генә тотол. Иң матуры, иң аҡыллыһы шул булыр. Тотолғас та ҡыҙ менән һөйләшмә. «Незнай» тип, гел бер һүҙҙе ҡабатлап тик тор, – ти.

Егет, тыңлап бөткәс, эте, бесәйе, аты менән һаубуллаша ла, сәкән менән шар эшләп алып, шар һуға-һуға юлға сығып китә. Юлда ул бер кем менән дә һөйләшмәй ҙә, туҡтамай ҙа, шар тәгәрәтеп тик бара. Бара торғас, алда бик матур ҡала күрә. Ҡала уртаһында ялтырап батша һарайы күренә. Егет туп-тура батша һарайына юнәлә. Килеп етә лә батша һарайы алдында шар һуға башлай. Батша ҡыҙҙары, егетте күреп ҡалып:

– Был егет миңә, юҡ, һиңә түгел, миңә, – тип үҙ-ара талаша ла башлайҙар. Шунда быларҙың береһе:

– Юҡ, беҙгә талашырға кәрәкмәй, кем дә кем егетте шар һуҡҡан еренән ҡыуып етеп тота ала, егет шуға булыр, – ти. Ҡалғандары быға риза булалар. Тәүҙә егет артынан оло ҡыҙ югерә, ни тиклем генә тырышып югермәһен, егетте тота алмай. Шунан уртансыһы югерә, ул да тота алмай. Егет шарт та шорт шарын һуға ла югерә, шарын һуға ла югерә икән. Егет шәп югерә, унан да шәберәк шар тәгәрәй икән.

Иң аҙаҡтан бәләкәй ҡыҙ сыға. Ҡыуыша башлауҙары була, егет үҙен тоттора ла ҡуя. Былар янына халыҡ йыйыла, хатта батша үҙе ле килеп етә.

– Һин кем, ҡайҙан килдең? – тип һораша башлайҙар. Егет «незнай» һүҙенән башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәй.

«Бының исеме шулайҙыр», – тап, егетте Незнай тип йөрөтә башлайҙар. Халыҡ егетте йәлләй.

– Ниндәй матур егет, ә телһеҙ, бахыр, – тиҙәр. Ә Незнайҙың бер нәмәгә лә иҫе китмәй, иртәнән алып ҡара кискә тиклем шар һуға ла шар һуға. Незнайҙың шарт та шорт шар һуғыуынан ялҡып, батша уны берәй яҡҡа олаҡтырмаҡсы була. Быны кесе ҡыҙы һиҙеп ҡалып:

– Атай, мин Незнайҙы яратам, уны ебәрмәйем, – ти. Батша көлә-көлә лә:

– Ул телһеҙ менән пи эшләмәксе булаһың? – ти. Шулай итеп, Незнай батша һарайында ҡала. Уға шар һуғыу

өсөн ҙур ғына һарай һалдырып бирәләр. Ул шунда көнө-төнө шар һуға. Башҡа бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмай. Ә бәләкәй ҡыҙ кон дә килеп уның шар Һуҡҡанын ҡаран ултыра. Шул көйө күп ваҡыттар үтә.

Бына бер ваҡыт батша үҙенең оло ҡыҙын оло вәзиренә кейәүгә бирергә була. Туй була тиген көндө һауаны ҡара болот ҡаплап ала, һауала нимәлер шатыр-шотор килгәнгә югереп сыҡһалар, күктән бер ҡағыҙ килеп тешә. Ҡағыҙҙы алып уҡып ҡараһалар, унда: «Батша, һин минең ала торған ҡыҙҙы оло вәзиреңә бирәһең икән, шуның өсөн мин һиңә һуғыш асам. Өс башлы дейеү», – тип яҙылған, ти.

Хатты уҡығас, барыһы ла ҡурҡыуға төшәләр. Батша ла ҡайғыра. Ул:

– Туй менән хәҙергә бер нәмә лә сыҡмаҫ, ғәскәр йыйып һуғышҡа китергә кәрәк, – ти ҙә, оло вәзирен ғәскәр башлығы итеп, ете көнлөк юлға сығара. Ғәскәр артынан үҙенең ҡыҙҙары менән батша юнәлә. Китер алдынан бәләкәй ҡыҙ, Незнай менән һаубуллашып, үҙенең хеҙмәтсеһенә Незнайҙы яҡшы ҡарарға ҡуша.

I Ғәскәр китеп, алты көн, алты төн үтә, ә Незнай уйлап та бирмәй, шар һуғыуын дауам итә. Етенсе таңда Незнай бик ның итеп ат кешнәгәнгә тышҡа сыҡһа, аты килгән икән. Ат:

– Ғәскәр киткәнгә алты көн, алты төн үтте бит инде, ә һин һаман да уйлап бирмәйһең. Ҡояш ҡалҡҡансы, беҙ һуғыш яланында булырға тейешбеҙ, – ти.

Незнай бер кемгә лә бер нәмә лә әйтмәй, атына атлана ла сығып китә. Арттан бесәй менән эт тә эйәрәләр. Бейек тауға барып, теге таш аҫтындағы һуғыш кейемдәрен, ҡылысты алалар, һуғыш кейемен кейеп, ҡылысын тағын, атына менгәйне, Незнайҙы танырлыҡ та түгел хәҙер.

һуғыш була торған ергә килһәләр, дейеү ғәскәре әҙер, ә батша ғәскәре һаман юҡ икән. Незнай меңләгән ғәскәр менән бер үҙе һуғышырға керешә. Бесәй менән эте лә ярҙам итә. Незнай ҡылысы менән бер һелтәгәндә, әллә күпме дошмандың башы өҙөлә, ти. Дейеү ғәскәрен ҡырып бөткәс, Незнай дейеүҙең үҙе менән һуғышырға ҡала.

– Ә-ә-ә, Незнай һин булаһыңмы ни? Ғәскәремде бөтөрһәң дә, мине бөтөрә алмаҫһың! Йә, алыштанмы, һалыштанмы? – ти дейеү. Незнай:

– Алыштан да, һалыштан да, – тигәс, кем башлап һуғырға тип, шыбаға тотошалар. Беренсе һуғыу дейеүгә тейә. Дейеү Нанайҙы күтәреп бәрә. Незнай бәкәлдән ергә бата. Бәкәлдән батһа ла, Незнайға бер ниндәй зыян булмай, сөнки ул ерҙән көс ала икән. Шунан тора һалып, үҙ сираты менән дейеүҙе атын бәргәйне, дейеү биленә тиклем ергә бата. Незнай, ҡылысын алын, шул ерҙә дейеүҙең өс башын да бер юлы саба ла өҙә. Шул ваҡыт, нисектер, үҙе лә яраланып ҡала. Егет, тиҙ генә батша ғәскәрҙәре янына барып, яраһын бәйләтә. Батша шундай шатлана: «Был ниндәй батыр икән? Үҙемә саҡырырға кәрәк быны», – ти. Шунан егетте саҡыртып ала ла:

– Эй, егет, әйҙә беҙгә, бәләкәй ҡыҙымды һиңә бирәм, – ти. Шул урында ҡыҙы әйтә:

– Юҡ, мин Незнайҙан башҡа бер кемгә лә бармайым, – ти, хатта иларға тотона. Незнай әйтә:

– Илама, матур ҡыҙ, илама, мин һеҙгә бармайым. Минең үҙ эштәрем бар, – ти ҙә, яраһын бәйләгән өсөн рәхмәт әйтеп, атына менеп, йылп итеп күҙҙән юғала. Батша һарайына етер саҡта атын ебәрә лә, ҡайта һалып, тағы шар һуғырға тотона. Батшаның ғәскәре ҡайта. Ҡайтыу менән бәләкәй ҡыҙ Незнай янына югереп килә. Хеҙмәтсенән:

– Незнай нисек торҙо? – тип һорай. Хеҙмәтсе:

– Нисек торһон, шар һуҡты ла шар һуҡты. Бер көн генә юғалып торҙо, – ти.

Шулай тағы да байтаҡ ғүмер уҙып китә. Батша оло ҡыҙын оло вәзиренә биреп туй яһаны, Незнай бер туҡтауһыҙ шар һуҡты, ти. Берҙән-бер көндө батша уртансы ҡыҙын уртансы вәзиренә кейәүгә бирергә була. Иртәге туй була тигән көндө тағы һауаны беренсеһенән дә ҙурыраҡ ҡара болот ҡаплай. Быны күрен, халыҡ: «Таты берәй нәмә булмаһа ярар ине», – тин ҡурҡыуға төшә. Шулай ҡурҡышып торғанда, һауанан ҡағыҙ килеп төшә. Унда: «Батша, һин минең ала торған ҡыҙҙы уртансы вәзиреңә бирәһең икән, шуның өсөн мин һиңә һуғыш асам. Алты башлы дейеү», – тип яҙылған, ти.

Батша тағы да ғәскәр йыя; уртансы вәзирҙе ғәскәр башлығы итеп, барыһы ла, хатта ҡыҙҙар ҙа, һуғышҡа китәләр. Был туғыҙ көнлөк юл икән. Ә Незнай бер нәмәгә дә иҫе китмәй, һаман шар һуғыуында була. Бәләкәй ҡыҙҙың ҡушып китеүе буйынса, уны хеҙмәтселәр бик яҡшы ҡарайҙар. Шулай итеп ете көн үтә. Һигеҙенсе кон ныҡ итеп ат кешнәгәнгә Незнай тышҡа сыҡһа, аты килгән, ти. Ат:

– Ни эшләп әле һаман шар менән булаһың? Бөгөн ғәскәр киткәнгә ете кон, ә беҙгә иртегә унда, һуғыш яланында, булырға кәрәк. Ату батшаның ғәскәрен дә, ҡыҙыңды да һәләк итәсәктәр, – ти.

Незнай тағы бер кемгә лә бер нәмә лә өндәшмәй, атына атланып, юлға сығып китә. Теге тауға барып, кейенеп, ҡылысты ала ла һуғыш яланына китә. Килһә, ғәскәр шундай күп, күҙ күреме ерҙе ҡара сәүкә булып һырып алғандар, ти. Незнай, быны күргәс, әҙерәк шөрләгәндәй итһә лә, аты дәртләндереп, тағы бер үҙе һуғыша башлай. Уға аты ла, бесәйе менән эте лә ярҙам-итә. Көнө буйы һуғышҡандың һуңында ғына дошман ғәскәрен саҡ ҡырып бөтәләр. Хәҙер алты башлы дейеү үҙе һуғышҡа сыға.

– Ә-ә, Незнай тигәндәре һинме ни әле? Вә хәҙер минең менән алышып ҡара!–тип, дейеү Незнайҙы ергә атып бәрә. Незнай тубығынан өргә бата. Батһа, тағы ла көслөрәк булып сыға. Ул атына етеҙ һикереп менә лә ҡылысы менән һелтәп ебәрә. Шул һелтәүҙән дейеүҙең дүрт башын өҙөп төшөрә. Дейеү, быны күреп, шундай ярһый, нисек булһа ла ике башын һаҡлап ҡалырға тырыша. Былар оҙаҡ ҡына яйын табыша алмайынса, бер-береһен уратып йөрөйҙәр. Дейеү уңайын килтереп, һелтәйем тигәндә генә, Незнай уның ҡалған ике башын да бер юлы өҙөп төшөрә. Шул саҡ дейеү Незнайҙы яралап өлгөрә. Егет. баяғыса тиҙ генә батша ҡыҙҙарына барып, яраһын бәйләтә. Яраһын бәйләгәндә, батша, Незнайҙы күреп:

– Ә-ә-ә, теге егет! Инде һине ебәрмәйем. Ҡал инде минең батшалыҡта, – тип ялына башлай. Егет риза булмай. Ә бәләкәй ҡыҙ:

– Минең Незнайға ҡайһылай оҡшаған, әллә уның ағаһы мы икән? – тип ҡарап тора, ти. Батша:

– Теләһәң, минең уртансы ҡыҙымды, теләһәң, бәләкәй ҡыҙымды ал, бирәм үҙеңә, – тигәс, бәләкәй ҡыҙ:

– Юҡ, мин Незнайҙан башҡа бер кемгә лә бармайым, – ти. Быны ишетеп, Незнай бәләкәй ҡыҙға:

– Юҡ, матур ҡыҙ, мин һеҙҙә ҡалмайым, минең эш – ҡа-

ғылған-һуғылғандарға ярҙам итеү, – тигән дә китеп тә барған. Батша һарайына етер саҡта Незнай, атын ебереп, үҙе бер нәмә лә булмаған һымаҡ шар уйнап, кәртәгә барып ингән ти. Туғыҙ көндән һуң ғәскәр ҙә ҡайтып еткән. Ҡайтыу менән бәләкәй ҡыҙ Незнай янына югереп килгән. Хеҙмәтселәрҙән:

– Нисек торҙо, нисек ашаны? – тип һорағас, хеҙмәтселәр:

– Яҡшы ашаны, яҡшы торҙо, көнө-төнө шар һуҡты, тик ни эшләптер, ике көн юғалып торҙо, – тип яуап бирҙеләр, ти.

Батша ҡайтҡас, уртансы ҡыҙы менән уртансы вәзиренә бик бай туй яһаны, ти. Ә Незнай һаман да шар һуғыуында булды, ти.

Шулай итеп, тыныс тормош менән тағы ла күп кенә ваҡыттар үткән. Бер ваҡыт батшаның иң яратҡан бәләкәй ҡыҙып да кейәүгә бирер ваҡыт еткән. Батша һарайынан яусылар өҙөлмәгән, ҡыҙ ғына ризалыҡ бирмәгән, ти. Батша бәләкәй ҡыҙын саҡыртып алған да:

– Ҡыҙым, һин тыуғас та минең әйткән һүҙем бар ине: кемгә теләһә, ҡыҙымды шуға бирермен тигәйнем, – тип һүҙ башлаған, ти. Ҡыҙ шатланып:

– Мин Незнайҙан башҡа бер кемгә лә бармайым, – тип тик тора икән. Батша быға риза булып етмәгән:

– Ҡыҙым, һин шуны ла уйла: кейәүең мин үлгәндән һуң батшалыҡты алып барырға тейеш, ә ул телһеҙ көйө нимә эшләй ала? – тигән. Ҡыҙы бик илай башлағас, риза булған да Незнай менән бәләкәй ҡыҙҙың туйына әҙерләнә башларға әмер биргән. Быны ишетеп, оло кейәү менән уртансы кейәү:

– Әһә, батша үлгәс, батшалыҡ беҙгә ҡаласаҡ, телһеҙ нимә генә эшләй ала инде ул, – тип бик һөйөнөшкәндәр, ти.

Иртәгә туп тигән көндө тағы һауаны болот ҡаплаған. Был юлы ун ике башлы дейеүҙән ҡағыҙ килеп төшкән. Ул да батшаны кесе ҡыҙы өсөн һуғышҡа саҡырған. Ғәскәр йыйылғас, кемде ғәскәр башлығы итеп ҡуйырға белмәйҙәр, ти. Батша:

– Йә, ҡыҙым, кемде ҡуябыҙ, телһеҙеңдеме? – тигәс, ҡыҙ:

– Юҡ, үҙем барам, – тигән, ти. Ғәскәр башлығы булын ҡыҙ үҙе киткән. Ә Незнай үҙенең шарын һуғып ҡалды, ти. Был инде ун ике көнлөк юл булған. Туғыҙ көн үткәс, егет һыҙғырып, атын саҡыртып алды ла, этен, бесәйен эйәртеп, теге урындан ҡоралдарын барып алып, һуғыш яланына китте, ти. Дейеү ғәскәре шундай күп, ҡырмыҫҡа иләүе кеүек мыжғып тора, ти. Незнай ғәскәр менән һуғыша башлаған. Егет тора, ә дошман ғәскәре осһоҙ-ҡырыйһыҙ ҡара болот булып, уның өҫтөнә ябырыла, ти. Незнай ҡылысын уңға һелтәгән, һулға һелтәгән, шулай итеп, дейеү ғәскәрен ҡырып та бөткән. Үҙе, хәлһеҙ булып, ергә ауған. Әҙерәк хәл алғас, ат, Незнайҙы уятып:

– Йә, егет, тиҙерәк дейеүгә ҡаршы барайыҡ. Үҙе килһә, тағы ла яманыраҡ булыр. Һин уны тиҙ генә үлтерә алмаҫһың. Уның дүрт башы ҡалғас, һинән ялбарып атаһына һаубуллашырға ебәреүен Һорар, уны ебәр. Тик беҙгә уның атаһына алдан барырға кәрәк. Ул атаһынан көс ала, ә уға бирә торған көстө беҙ алып өлгөрһәк, яҡшы булыр, – тине, ти.

Дейеү быларҙы күреү менән:

– Ә-ә-ә, Незнай тигәне һинме ни әле? Йә, алышып ҡарайыҡ, – тип, алыша башлағандар. Бер көн һуғыштылар, икенсе көн һуғыштылар, ти, былар, һуғыша торгас, Незнай дейеүҙең һигеҙ башын өҙөп төшөрҙө, ти. Дүрт башы ҡалғас*, дейеү атаһына ебәреүҙә һорап, ялбара башлаған. Егет риза булған. Үҙе тиҙ генә атына атланған да дейеүҙең атаһына киткән. Барын керһә, дейеүҙең атаһы ҡараңғы бер бүлмәлә ултыра, үҙе һуҡыр, ти. Дейеү, Незнайҙы үҙ улы тип, беләгенән бер стакан ҡан алын эсергән. Ҡанды эсеү менән Незнайҙың көсө аяуһыҙ артып китте, ти.

Незнай, ҡарт дейеүгә рәхмәт әйтеп, ишектән сығып китеп кенә барғанда, әлеге дүрт башы ҡалған дейеүгә тап булды, ти. Дейеү ни тип тә уйлап өлгөрмәй ҡала, өгөт уның өс башын өҙөп төшөрә. Инде һуңғы башын сабып өҙәм тигәндә, Незнай ныҡ ҡына яралана. Ат иҫһеҙ ятҡан Незнайҙы ғәскәр янына алып бара. Бында уның яраһын бәйләп иҫенә килтерәләр. Хәҙер батша егетте бер ҙә ебәргеһе килмәй, үҙе янында ҡалыуын ялына:

– Ҡалһаң, бына ошо бәләкәй ҡыҙымды үҙеңә бирәм, – ти. Ә бәләкәй ҡыҙ был юлы ла:

– Мин Незнайҙан башҡа кешегә бармайым, – тип илай, ти. Незнай риза булмай, атына атланып, китә лә бара. Юлда ат әйтә:

– Хәҙер инде мин дә һинең менән барам, – ти.

Ҡайтып өткәс, Незнай атын бәйләй ҙә үҙе йоҡоға тала. Ул бик арыған, бик йонсоған була. Эте ишек төбөндә, бесәйе башы осонда уның йоҡоһон һаҡлап торалар. Ғәскәр ҡайтҡансы, Незнай бер уянмай йоҡлай. Ҡайтыу менән бәләкәй ҡыҙ Незнайҙың шар һуға торған һарайына югереп бара. Незнай унда булмағас, бүлмәһенә бара. Барһа, ишек төбөндә эт ята, ә ишеккә: «Кем дә кем керә, башын иҙә һуғам», – тип яҙылған була. Хәҙер был яҙыуҙы барыһы ла уҡыйҙар. Ҡыҙҙы керетергә ҡурҡалар. Ҡыҙ уларға ҡарамай, керә. Керһә, бүлмәлә Незнай ята. Незнай ҡылысын ала ла, сабам тигән булып, ҡыҙҙы ҡосаҡлап ала. Хәҙер бүлмәгә кешеләр килеп тула. Аты менән кейеменән теге батырҙың Незнай икәнен беләләр. Шатланышып туй яһайҙар. Хәҙер Незнай батшаның кесе ҡыҙы менән ирле-бисәле булып йәшәй башлайҙар.

Батшаның ике оло кейәүе нисек булһа ла Незнайҙы юҡ итеү тураһында уйлайҙар. Шунда береһе әйтә:

– Ҡайҙалыр ете диңгеҙ аръяғында, ете ер аҫтында аждаһа ҡулында бер ашъяулыҡ бар икән, шул ашъяулыҡты йәйһәң, йәнең теләгән бөтә әйбер барлыҡҡа кило икән. Тик уны алырға барған кешенең кире әйләнеп ҡайтҡаны юҡ әле, тиҙәр. Ҡайнымдан бына шул ашъяулыҡты алдырырға Незнайҙы ебәреүен һорайыҡ. Ул китер ҙә әйләнеп ҡайта алмаҫ, шунан инде батшаның вариҫтәре булып, беҙ ҡалырбыҙ, – тиҙәр.

Шулай кәңәшләшеп, былар батшаға ашъяулыҡ хаҡында һөйләп бирәләр. Батша риза була, әммә бер Незнайға ғына түгел, ә өс кейәүенә лә юлға йыйынырға ҡуша. Иртәгеһен иртүк тороп, ике оло кейәү юлға сыға. Незнайға «әйҙә» тигәс: «Юҡ әле, һеҙ бара тороғоҙ», – тип, өйҙө тороп ҡала. Өс көн тора, дүрт кон тора, бишенсе кон тигәндә, батша бер вәзирен ебәрә:

– Бар әле, кесе кейәү киткәнме, шуны ҡарап кил, – ти. Вәзир барып килә:

– Юҡ, китмәгән, – ти.

– Ярай, йәш кәләше янында торон китәһе киләлер, – ти батша.

Тағы бер-ике көн үтә. Батша тағы вәзирен ебәрә. Вәзир тағы «юҡ» тип килеп әйтә. Батша:

– Ярай, йәш кәләше янында тороп китәһе киләлер, – ти ҙә ҡуя. Шулай итеп, ун көндән ашыу ваҡыт үтә. Был юлы батша үҙе барып белергә була. Быны ат белеп ҡала ла, Незнайҙы саҡырып:

– Ҡайның килә, әйҙә инде киттек, – ти. Шунан тиҙ генә әҙерләнә һалып сығып китәләр, үҙҙәре менән бесәйҙе, этте лә алалар.

Былар алты диңгеҙҙе яҡшы ғына үтәләр. Хәҙер етенсе диңгеҙ генә тороп ҡала. Шул ерҙә ат:

–- Етенсе диңгеҙҙе сығыуы ауырыраҡ булыр. Уны сығыу өсөн, һыу батшаһы ҡыҙы Алтынсәсте көтөп алып, уның үҙенө һиҙҙермәй генә сәсенә йәбешеп сығырға кәрәк. Әгәр ул беҙҙең йәбешкәнде белеп ҡала-нитһә, диңгеҙгә лә төшөрөп ебәреүе мөмкин, – ти.

Диңгеҙ янына килеп етәләр. Бер бабай балыҡ тотоп ултыра, ти, Незнай, бабай менән һаулыҡ һорашып, тормош хәлдәрен һөйләшеп ултырғандан һуң, бабайға кейемдәрен алмашып кейеп торорға һорай. Бабай риза була. Төгө оло кейәүҙәр килеп еткәндә, Незнай бабай урынында балыҡ тотоп ултыра. Былар Незнайҙы танымайҙар. Хәҙер былар икәүләп Незнайҙан теге ашъяулыҡты килтереп биреүен һорайҙар:

– Әгәр килтереп бирһәң, ат башы ҡәҙәре алтын бирәбеҙ, – тиҙәр. Незнай:

– Килтереп бирермен, тик миңә алтын кәрәкмәй. Берегеҙ бер бармағығыҙҙы, икенсегеҙ һырт ҡайышығыҙҙы телеп бирерһегеҙ, – ти. Былар уйлап-уйлап торалар ҙа:

Күлдәк кейһәң, күренмәҫ, мин риза, – ти береһе. Шунан икенсеһе лә:

– Ҡулға бейәләй кейһәң, бармаҡ юҡлыҡ та беленмәй, мин дә риза, – ти.

Незнай, быларға үҙен шунда көтөп торорға ҡушып, аты янына китә. Юлда бесәйе осрап:

– Тиҙ бул, хәҙер Алтынсәс һыу төшөргә килә, – ти.

Алтынсәстең һыу төшә торған еренә киләләр ҙә көтөп яталар. Бына бер заман һыу өҫтө яп-яҡты булып киткән дә, һыуҙан Алтынсәс килен сыҡҡан. Ат:

– һеҙ ныҡ итеп миңә тотоноғоҙ, ә мин ҡыҙ йөҙә башлағас та, уның сәсенә йәбешермен,– тигән дә ҡыҙ һыуға барып төшөү менән, һиҙҙермәй генә йөҙөп килеп, тегенең сәсен тешләгән, ти. Алтынсәс йөҙөп киткән, уның сәсенә тағылып – ат, аттың ҡойроғона тотоноп былар йөҙгән. Инде килеп сыҡтыҡ тигәндә генә, Алтынсәс, кемдер сәсенә йәбешкәнен һиҙеп ҡалын, сәсен тарта башлаған икән, ат ялбарырға тотонған:

– Алтынсәс, алып сыҡҡас, алып сыҡ инде ярға, сыҡҡас һөйләшербеҙ, – тигән. Шунан ҡыҙ быларҙы ярға алып сығып еткән. Сыҡҡас, ат Алтынсәскә:

– Бер яҡшылыҡ эшләй башлағас, яҡшылыҡ менән эшеңде бөтөр инде, – тигән дә үҙҙәренең ни өсөн килгәнен һөйләп биргән. Алтынсәс:

– Мин белмәйем, алда минең ике йөҙ йәшлек әбейем бар, шул белһә белер, – тигән. Бара торғас, был әбейгә лә килеп өткәндәр. Әбей быларҙы:

– Ә-ә-ә, йыраҡтан килгән ҡунаҡтар, әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ, – тип, бик йылы ҡаршы алған да туйғансы ашатҡан. Ашап-туйып, ял итеп алғас, Незнай әбейгә үҙҙәренең ни өсөн килгәнлектәрен һөйләп биргән. Тыңлап бөткәс, әбей:

– Мин ул ашъяулыҡты белмәйем, белһә, минең апайым белер. Ул бынан бик алыҫта йәшәй, – тигән, ти.

– Йыраҡ булһа булыр, беҙгә уны тапмай ҡайтырға ярамай, – тип, егет, эте менән бесәйен эйәртеп, тағы юлға сыҡҡан. Бара торғас, әбейҙе лә әҙләп тапҡандар. Был әбей ҙә юлсыларҙы бик яҡшы итеп ҡаршылаған, ашатҡан, әсергән. Ләкин ул да ашъяулыҡтың ҡайҙа икәнен белмәй икән.

– Белһә, уны минең ҡарғам ғына белер, – тип, ҡарғаһын килтергән, ти. Ҡарға ашъяулыҡтың ҡайҙа икәнен белгән.

– Ашъяулыҡты табырға мөмкин, тик алыуы ҡыйын, – ти икән ҡарға. Юлаусылар үтенеп һорағас, ашъяулыҡты ҡайҙан табыу юлын һөйләп биргән:

– Ул ашъяулыҡ ете ҡат ер аҫтында, ете ҡатлы өйҙөң етенсе ҡатында, ете һандыҡ эсендә ята, ә уны аждаһа һаҡлай. Ашъяулыҡты алғанда бер тауыш та сығарырға ярамай, шуның өсөн бесәйҙәй һаҡ булырға кәрәк. Аҙ ғына тауыш сығып, аждаһа һиҙеп ҡалһа, һеҙҙе юҡ итәсәк. Бына һеҙгә тараҡ, ҡайраҡ, көҙгө. Аждаһа, белеп ҡалып, артығыҙҙан ҡыуа төшһә, берәм-берәм ташларһығыҙ, – тип, ҡарға юлды өйрәтеп бөткәс, әбей быларҙы оҙатып ҡалған.

Былар көн киткәндәр, ай киткәндәр, бара торғас, бер ер тишеген күреп ҡалғандар. Был әлеге ете ҡат ер аҫтына алып төшә торған тишек икән. Төшөп киткәндәр. Төшөп етһәләр, ете ҡатлы бер өй ултыра, ти. Бесәйҙе өйгә керетеп ебәргәндәр. Бесәй, бер тауышһыҙ кереп, ашъяулыҡты алып сығып киттем тигәндә генә, ҡойроғо, бер ҡылға тейеп ҡалып, тауыш сығарған, ти. Аждаһа, тауышты ишетеп, нимә булғанын аңлап алғансы, былар юлға сыҡҡандар. Аждаһаның шундай асыуы килгән:

– Ниндәйҙер бер һаҫыҡ әҙәм балаһы аждаһаның ҡулынан хазина алып китһен, имеш, – тип ғәйрәтләнә икән.

Аждаһа быларҙың артынан ҡыуа төшкән. Ҡыуып етеп, тотам тигәндә генә, егет арттарына көҙгөнө ырғытҡан. Ырғытыуы булған, шул ерҙә бик ҙур диңгеҙ барлыҡҡа килгән. Аждаһа диңгеҙ һыуын эсеп ҡорота башлаған. Уны ҡоротоп, тағы ла ҡыуа башлағансы, былар байтаҡ ҡына ер китеп өлгөргәндәр. Аждаһа тағы етеп килә икән, Незнай артына тараҡ ташлаған. Тараҡ барып төшкән ерҙә үтә алмаҫлыҡ урман үҫеп сыҡҡан. Аждаһа ағастарҙы тештәре менән йолҡоп юл һалып сыҡҡансы, былар тағы байтаҡ ҡына юл киткәндәр. Аждаһа өсөнсө тапҡыр ҡыуып етеп килгәндә, Незнай ҡайраҡ ташлай. Ҡайраҡ төшкән урында таштары күкте тишеп торған, түбәһе лә күренмәҫлек тау барлыҡҡа килә. Аждаһа тау-ташты аҡтарып шунда тороп ҡала. Ә Незнай, әбейҙәргә рәхмәт әйтеп, диңгеҙгә барып етә. Алтынсәс уларҙы диңгеҙ аръяғына сығарып ҡуя. Незнай атын, этен, бесәйен йәшереп ҡуя ла үҙе кейәүҙәр янына килә, әлеге балыҡсы ҡарт төҫөн ала. Кейәүҙәр, береһе бармағын киҫеп биреп, икенсеһе арҡаһынан бер иле тиреһен һуйып биреп, ашъяулыҡты алып ҡайтып китәләр. Улар юлға сыҡҡас, арттарынса уҡ Незнай ҙа, атына атланып, бесәйе менән этен эйәртеп, ҡайтырға сыға. Незнай ҡайтып, ун көн үткәс, кейәүҙәр ҡайтып төшәләр. Незнайҙың өйҙә икәнен белгәс, унан көлә башлайҙар. Иванайҙың ҡайтыуына, етмәһә, бер нәмә лә алып ҡайтмауына батшаның да асыуы килә, уға яза биреүҙе оло кейәүҙәре менән бергәләп уйлай башлай.

Бер көн былар барыһы ла йыйылышалар ҙа Незнайҙы тикшерә башлайҙар. Шул ваҡыт Незнай батшаға:

– Ниңә һинең уртансы кейәүең шундай эҫе өйҙә бейәләй кейеп ултыра, ә оло кейәүең ҡалын күлдәк кейгән? – ти. Тегеләрҙең сисенеүҙәрен һорай. Батша тегеләргә сисенергә ҡуша. Сисенһәләр, ни күрһендәр, береһенең бармағы юҡ, ә икенсеһенең арҡаһынан буйҙан-буйға тиреһе һуйып алынған. Шул ерҙә Незнай:

– Быларҙың береһенең бармағы, икенсеһенең һырт ҡайышы ҡайҙа тип беләһегеҙ? – тигән дә: – Бына кемдә ул! Мә, алығыҙ, бармаҡ менән тирегеҙҙе кире йәбештереп ҡуйығыҙ, ә миңә минең ашъяулыҡты бирегеҙ! – тип, бөтә булған хәлде батшаға һөйләп биргән.

Быны ишеткәс, батшаның бик асыуы килгән. Оло кейәүҙәрен алдағандары ӨСӨН үлтерергә ҡушҡан. Незнай менән ҡатындары һорағас ҡына, үлемдән алып ҡалғандар, ти. Оло кейәүҙәр Незнайға һәр ваҡыт тоғро хеҙмәт итергә һүҙ биргәндәр. Ысындан да батша үлеп китеп, уның урынына Незнай батша булғас, уға бик тоғро хеҙмәт иткәндәр. Ҡалған ғүмерҙәрен, революцияға тиклем, бик дуҫ йәшәгәндәр, ти. Ә революция бөтә батшаларҙы бөтөргән.