Мөхәббәт хаттары

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Мөхәббәт хаттары
автор Мәжит Ғафури
.Нәшер ителгән: 1912. Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й. / • Мәҗит Гафуриның “Мөхәббәт хатлары” // Вакыт. – 1912. – 24 май. * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.


Мөхтәрәмә туташ!

Һеҙ минең был мәктүбемде алғас та, ғәжәпләнеп, бер көлөрһөгөҙ. Минең хаҡымда нимә әйтергә лә белмәй ҡалырһығыҙ. Хатта: «Был бер йүләрме икән әллә?»— тип тәрәддедтә торорһоғоҙ. Ваҡиған, һис бер мөнәсәбәт вә танышлығы юҡ бер кешенең мәктүб яҙыуы тәғәжжеп ҡылырлыҡ эш. Һеҙҙең шулай тәғәжжеп итеп, мине йүләргә хәмел ҡыла торған урынығыҙ ҙа бар. Ләкин ни өсөн был саҡлы йәсәрәт ҡылып мәктүб яҙғанымды вә бының сәбәбен үҙем дә артыҡ белмәймен. Был эш үҙемә лә ят вә сит бер эш булып күренә. Ләкин әллә ниндәй бер көс шулай хат яҙырға көсләп мәжбүр итә. Ихтыярымды ҡулымдан ала.

Минең был мәктүбемде алғас, көлһәгеҙ ҙә, ни тип хөкөм ҡылһағыҙ ҙа, ихтыяр үҙегеҙҙә. Мин, һеҙҙең шулай көлөүегеҙҙе... белгәнем хәлдә, һеҙгә мәктүб яҙыуҙы ихтыяр иттем. Был мәктүбте иң ахыр сиктә, үҙемдә үҙемде туҡтата торған ҡеүәт ҡалмағас ҡына яҙҙым. Һеҙгә мәктүб яҙыуымды ғәфү итеүегеҙҙе үтенеүем өҫтөнә, дәхи бер нәмә рижа итәм. Ул да — был мәктүбемде яуапһыҙ ҡалдырмауығыҙҙыр. Нисек булһа ла бер яуап яҙһағыҙ, мине шатландырырһығыҙ. Һеҙ мине шатландырырға, минең рижамды еренә еткерергә бурыслы түгелһегеҙ. Ләкин, урынһыҙ булһа ла, мин шулай өмөт итәм. Бик һирәк кенә осраған ваҡыттарымда һеҙгә танышырға теләһәм дә, муафәҡ була алманым, туғрыһы быға йәсәрәт ҡыла алманым. Ниһайәт, был мәктүбемде яҙҙым. Был эш, ихтимал, һеҙҙең ҡарамағығыҙҙа көлкө бер эш булыр, асыуланырһығыҙ ҙа, ләкин ышанам вә тәкрар әйтәм ки, ғәфү итерһегеҙ, шайәт мәктүбемде яуапһыҙ ҡалдырмаҫһығыҙ әле.

Ғәфүегеҙгә мәғрур Нажи.

Нажи, был мәктүбте яҙып тамам иткәс тә, тәрәддед эсендә ҡалды. Мәктүбтең үҙенән аңлашылдығына күрә лә, Нажи был мәктүбте үҙе лә белмәгән бер ҡеүәт тәьҫире аҫтында яҙҙы. Мәктүбте ебәрмәҫкә кәрәк тигән бер фекерҙең бер ҡисмен нисек тә бер яҡҡа ҡалдырып, ниһайәт, мәктүбте ебәрергә ҡарар бирҙе. Шунда уҡ ебәрҙе лә.

Бер нисә көндән һуң Нажи үҙенең бүлмәһендә түбәндәге мәктүбте уҡыу менән мәшғүл ине.

Хөрмәтле әфәнде!

Күңелем тамам башҡа бер нәмә мәшғүл булған ваҡытта, ҡулыма бер мәктүб килтереп бирҙеләр. Был мәктүб мине тамам хәйрәттә ҡалдырҙы. Мәктүбегеҙҙе уҡығас, ниһайәт дәрәжәлә асыуым килһә лә, тәкрар уҡый торғас, бер аҙ ғына баҫылды. Өс көн буйына тәрән уйҙа йөрөнөм. Мин һеҙҙе ситтән тороп һәм ишетеп кенә беләм. Тик торғанда, бер ҙә мөнәсәбәтһеҙ хат яҙырға һеҙҙе нимә мәжбүр иткәндер, төшөнә алманым. Мәктүбегеҙҙе яуапһыҙ ҡалдырмаҡсы булған инем. Ләкин «нисек булһа ла, бер яуап яҙа күрегеҙ» тип әйтеүегеҙ, икенсе иғтизар ҡылып һыҙланыуығыҙ — яуап яҙырға сәбәп була алдылар. Шуның өсөн генә яуап мәкамендә был хатты яҙҙым. Ихтимал, һеҙ был эшегеҙҙә мәғзүрһегеҙҙер. Ләкин миңә был йәһәт ҡараңғы. Башҡа нәмә яҙырға ҡәләмемә ҡулым бармай, тәкрар әйтәм: ни маҡсуд менән мәктүб яҙыуығыҙҙың серенә төшөнә алманым.

Саниха.

Нажи өмөт вә йәьэс эсендә торған ваҡытта, был мәктүбте алып уҡығас, төҫө үҙгәрҙе. Үҙендә бер ҡыҙыулыҡ хис итте. Тәкрар уҡыны, әллә ниндәй мәғәнәләр сығарырға тырышты. Тағы мәктүб яҙырға юл бармы? Юҡмы? Шуларҙы уйларға тотондо. Мәктүбендә артыҡ уҡ илтифатһыҙлыҡ күренмәй, шуның өсөн тағы бер мәктүб яҙып, үҙемдең хәлемде ғарыз ҡылыу шайәт урынһыҙ булмаҫ, тигән фекергә килеп, күп уйлағандан һуң, икенсе мәктүбен яҙырға кереште. Ул үҙенең һөйгәнен, ғиффәт даирәһендә ысын яратҡанын нескә вә ҡыҫҡа ғибарәләр менән яҙып, белдерәһе килә. Бер ғибарә, бер йөмлә яҙа ла, тағы боҙа. Был ултырыуынан үҙенә башҡа бер ләззәт таба ине. Үҙенең төп маҡсудын, ысын яратҡанын, яратыуында хәйлә-фәләндең булмағанын киҫеп әйтергә батырсылыҡ ҡыла алмай ине. Әллә ни саҡлы уйлап, бер яҙып, бер һыҙып түбәндәге мәктүбте яҙҙы.

Мөхтәрәмә Саниха!

Был мәктүбемде алғас, һеҙҙең тағы бер рәт асыуығыҙ килеүен үҙем дә бик асыҡ беләм. Был хаҡта үҙ-үҙемде шелтә ҡылырға, үҙемдә бер кәмселек эҙләргә керештем. Мәктүб яҙыуым урынһыҙ булып, көлкө бер эш кенә булмаһын, тип уйланым. Ләкин үҙемдәге етди һәм ысын бер ҡеүәт һеҙгә хат яҙырға ҡуша, бының әҙәм даирәһендә булған мөддәттә урынһыҙ түгел икәненә көслө дәлилдәр килтергән була. Был дәлилдәр, үҙемдең ҡарамағымда бик көслө булһа ла, һеҙгә ҡарағанда дәлилдәр булырға ярамауын да беләм. Бына һеҙгә мәктүб яҙыуымдың сәбәбе шул ғына. Тағы әллә ниндәй сәбәптәр булһа ла, уларҙы тәғриф ҡылырға һүҙҙәр таба алмайым. Һеҙҙең асыу ҡатыш яҙылған мәктүбегеҙҙе алғас, был ҡеүәт артты ғына. Шул ҡеүәттең нимә икәнен үҙем дә тәғәйен ҡыла алмайым. Һеҙ мине ситтән генә күреп белгән кеүек, мин дә һеҙҙе ситтән генә күреп беләм. Осраған ваҡыттарымда, тик бер сит кеше рәүешле итеп ҡарап, күреп кенә үткәнем бар. Шул күреү, һинең гүзәл әхлағыңды ишетеү — күңелемдә бер эҙ ҡалдырған. Бына мин шул эҙ вә шул әҫәрҙе күңелемдән сығарып ташлай алмаймын. Шул эҙ, бара торғас, бер ҡеүәткә әйләнде. Мине үҙенең ихтыяры буйынса йөрөтә башланы. Үҙем дә бик күп, ысынлап уйлағандан һуң ғына, һеҙгә хат яҙырға уйланым. Татар егеттәренең күргән бер ҡыҙға урынһыҙ хат яҙыуҙарын уйлап, мин дә шулар кеүек булмаһам ярар ине, тип ояламын. Ләкин минең маҡсудым уларҙыҡы төҫлө өҫтәге бер фараз, юҡ-бар өсөн генә көн үткәреү түгел. Бәлки, юғарыла әйткәнсә, үҙем дә тәғәйен ҡылып бирә алмаған бер ҡеүәт тәьҫирендә, ғиффәт даирәһендә яҙыла. Мин шуларҙы сәбәп күрһәтеп, алдығыҙҙа теҙ сүгеп иғтизар ҡылам. Был эш тә ҡәбәхәт һәм насарлыҡтан хисапланһа, ғәфү итегеҙ!.. Инде һеҙгә, был мәктүбемә лә яуап яҙығыҙ, тип рижа ҡылырға телем бармай, ҡәләмем йөрөмәй. Теләһәгеҙ ни эшләгеҙ. Ләкин мин мәғзүр бер бәндәгеҙ булдым.

Иғтизар илә Нажи.

Нажи был мәктүбенә ҡаршы яуап алыу өмөтөндә түгел ине. Ләкин үҙе дүрт күҙ менән бер яуап көтә ине. Һис көтмәгәндә түбәндәге мәктүбте алды.

Нажи әфәнде!

Бер кешенән мәктүб алып, ҡаршы яуап яҙыу күңелемә лә килгәне юҡ ине. Һеҙҙең мәктүбегеҙҙе алғас, үҙемдә ҙур бер асыу һиҙәм. Күңелемдә һеҙгә әллә ниндәй бер нәфрәт пәйда була. Асыуланһам да, мәктүбегеҙҙе уҡығас, күңелемдең бер тарафында ҡыҙғаныу һиҙәм, нимәлер һеҙҙе ҡыҙғанырға, һеҙгә яуап яҙырға ҡуша. Ситтән күреү менән генә күңелегеҙҙә ниндәй эҙ ҡалды икән? Шуны беләһем килә. Бығаса күңелемә кереп тә сыҡмаған уйҙарға ҡалдыра. Шул сәбәпле, мәктүбегеҙ булмаһа ине, тип теләй башланым. Сөнки әүәлге рәүештә тыныс, рәхәт көн үткәрәһем килә.

Рижа ҡалыуығыҙға бинаән генә яуап яҙыусы С.

Нажи Саниханың был яуабын алғас, мәктүб яҙыу-яҙмау араһында мөтәрәддид ҡалды. Уның выжданы бер ҡыҙҙы көсләгән рәүешле итеп, үҙен һөйҙөрөргә теләмәй ине. Үҙенең, мәктүб яҙып, Саниханы борсоуын тейешһеҙ бер эш тип уйлай башланы. Үҙенең Саниханы яратыуын, күңеленән фәҡәт уның сәғәҙәтен генә теләүен, маҡсуды ғиффәт даирәһендә генә үҙенең һөйөүен ысынлап Санихаға белдереү булмаһа, ул уға аңлатырға батырсылыҡ ҡылмай йәки аңлатырға ғибарәләр таба алмай ине. Саниханың икенсе яуабын уҡығас, тағы бер мәктүб яҙыуҙан үҙен тыя алманы. Ихтыярһыҙ, фәҡәт ысын күңеле менән мөтәрәддид булған хәлдә, өсөнсө мәктүбте яҙа башланы. Нажи был мәктүбен аҡтыҡ мәктүб итеп яҙырға уйланы.

Ханым!

Минең мәктүбтәрем һеҙгә ауыр йөк төҫлө булып, һеҙҙе борсой вә рәхәтһеҙләндерә икән. Шулай ҙа мин өсөнсө мәктүб язамын. Һеҙ аңламай торған нәмә икән, тип әйтеүегеҙҙе лә беләм. Ләкин мин үҙ-үҙемде тыя алмауымды иғтизар (...) белдерәм. Үҙемдә ихтыярым булһа, йәки эш юҡтан бер эш булһын тип, мәктүб яҙа торған булһам ине, инде был мәктүбемде яҙып та тормаҫ инем. Былай хат яҙып, һеҙҙе борсоуҙы намыҫһыҙлыҡ тип белер инем. Күреү менән генә ниндәй эҙ булырға кәрәк тип әйтһәгеҙ, бының яуабы минең ҡаршымда бик еңел һәм бик мөмкин булған эш. Бер күреү менән түгел, бәлки күп мәртәбә күреү менән ҡалған эҙ... беләһегеҙ килһә... аһ, ауыр булһа ла әйтәйем: ул һеҙгә булған мөхәббәтем... Минең күңелемдә һеҙгә мәғлүм булмаған бер мөхәббәт бар ки. Мин уны эҙ тип тәғбир итәм. Һеҙҙең менән күреп танышмай, сит бер кеше көйөнсә мәктүб яҙыуымда бөтә тормошобоҙ ғәйепле. Бына шул мөхәббәт, яңы башланған булһа ла, мине үҙ теләгенсә йөрөтә алалыр. Мин был мәктүбем менән ихтыярһыҙға иғлани мөхәббәт иткән булып сыҡтым. Инде һеҙ ниһайәт дәрәжәлә асыуланырһығыҙ. Ләкин һеҙҙең ғәфүегеҙгә мәғрур булып буйлә итергә йәсәрәт итәм. Затән, был урынһыҙ бер йәсәрәт тә түгел. Сөнки үҙ ихтыярымда булмаған нәмә икәнен тәкрар яҙған инем. Мин үҙемдең сәғәҙәтемде һеҙҙе яратыуҙа ғына, туғрыһы, һеҙҙә генә, тип ысын күңелемдән иғтиҡад ҡылғанға күрә, был рәүешсә мәктүб яҙып, үҙемдең яратыуымды һеҙгә белдереүемде урынһыҙ тип тә белмәймен. Икенсе берәүҙең бәхетһеҙлегенә сәбәп булмау шарты илә, һәр кеше үҙенең сәғәҙәте юлында ижтиһад ҡылыуҙа ихтыярлы тип беләм. Инде мин маҡсудымды үҙемсә асыҡ белдерҙем тип уйлаймын. Һеҙҙең тарафта һис бер әҫәр булмаһа, ул ваҡытта мин үҙемде бәхетһеҙ бер кеше тип беләм дә бынан һуң һеҙгә мәктүб яҙып борсомаҫҡа вәғәҙә ҡылам. Фәҡәт миндә һаман мөхәббәтегеҙ үлгәнсе ҡаласаҡ. Ихтирам илә һеҙҙән дә аҡтыҡ мәртәбә яуап яҙыуығыҙҙы өмөт итәм.

Әсирегеҙ Нажи.

Әфәнде!

Беренсе мәктүбегеҙгә яуап яҙғаныма үкенә башланым. Шул беренсе мәктүбегеҙҙе яуапһыҙ ҡалдырған булһам, ихтимал, мәктүбтәрегеҙ береһе артынан береһе дауам итмәҫ ине. Һеҙ был мәктүбегеҙ менән миңә иғлани мөхәббәт ҡылғанһығыҙ... Бер яҡтан ғына булған мөхәббәттән, белмәйем, зарар ғына күрмәҫһегеҙме икән?.. Күңелегеҙҙәге эҙҙең ни нәмә икәнен белдем. Ләкин ул эҙ минең тарафта бармы икән? Шуны ла уйлағыҙ. Минең әхлаҡ вә тәрбиәмде белмәйенсә, был дәрәжә мәфтүниәт изһар ҡылыуығыҙҙың мәғәнәһенә төшөнә алманым. Мөхәббәт тәклиф менән була торған нәмә түгел икәнен шайәт минән артыҡ белә торғанһығыҙҙыр. Мөхәббәт ауыр, тиҙәр. Һәм һеҙ ҙә шуны яҙаһығыҙ. Ләкин үҙ башыма төшкәс, был хаҡта бер һүҙ ҙә әйтә алмайым. Бер аҙ уйлайым әле. Форсат бирегеҙ. Әсир булмай тороғоҙ.

Саниха.

Саниханың был мәктүбе Нажиға, бер яҡтан, өмөт бирҙе, икенсе яҡтан, өмөтһөҙлөк тыуҙырҙы. Саниха үҙен мыҫҡыл иткән төҫлө күренде. Ул Саниханың тиҙ генә иҫе китмәй торған ҡыҙ икәнен белгәс, бигерәк тә мәфтүн була, уның тәрән аҡыллы булыуы менән хөкөм итә ине. Инде мәктүб яҙырғамы, юҡмы? «Бер аҙ уйлайым әле» тигән һүҙҙәренә ҡарап, өмөтө өҙөлмәне. Тағы мәктүб яҙһа, берҙән, үҙенең аҡтыҡ мәктүбем тигән һүҙенә хилафлыҡ иткәнен, икенсенән, Саниханың: «Бер яҡтан ғына булған мөхәббәттән, белмәйем, зарар ғына күрмәҫһегеҙме икән?»— тигән һүҙенә ҡаршы булғанын уйларға кереште. Нажи ихтыярһыҙ ғына түбәндәге мәктүбте яҙа башланы.

Саниха ханым!

Мөстәһизиәнә яҙған мәктүбегеҙҙе, тура әйткәндә, яуабығыҙҙы алдым. Теләһә нисек яҙылған булһа ла, яуабығыҙ минең ҡашымда иң ғали урынды тота. Истиғфаф назары менән булған бер тәбәссемегеҙ ҙә мине шатландырыр төҫлө була. Иғлани мөхәббәт ҡылыуым, һеҙгә ҡарағанда, бик ғәрип күренһә лә, үҙем бер ҙә ғәжәпһенмәйем! Һеҙгә: «Миңә мөхәббәт итегеҙ»,— тип тәклиф итергә хаҡым юҡ. Һәм әйтмәм дә. Күңелемә кергән мөхәббәтегеҙҙе үҙегеҙгә иғадә ҡылыр инем — ихтыярымда түгел. Беренсе мәктүбемә ҡаршы яуап яҙыуығыҙға үкенәһегеҙ икән... Минеңсә, бында үкенерлек бер нәмә лә юҡ. Мин бары үҙемдең мөхәббәтем барлығын һеҙгә белдерҙем. Инде һеҙ миңә мәктүб яҙырға бурыслы түгелһегеҙ. Мәктүбегеҙҙең ахырында: «Әсир булмай тороғоҙ»,— тип ҡуяһығыҙ. Әсир бирелеү кешенең үҙ ихтыярында булһа, һис кем әсир булмаҫ ине. «Мине алдар өсөн, әсир булдым, тип әйтәһегеҙ» тигән булһағыҙ, ул ваҡытта бер аҙ яңылышаһығыҙ. Мөхәббәт тигән һүҙгә бик ҡырын күҙ менән ҡараған рәүешле күренәһегеҙ... Күңелемдә йәшереп ҡалдырыу дәрәжәһенән уҙғанға күрә генә яҙҙым. Һуңғы яуабығыҙҙы алғас, ҡаршығыҙҙан үтергә тура килде. Нимәлер уҡып ултыра инегеҙ. Мине күргәс, тәбәссем иткән төҫлө күрендегеҙ. Был тәбәссемегеҙ мине мыҫҡыллаған кеүек булды. Бының тәьҫирен тәғриф итә алмауыма ышанамын. Был йылмайыуығыҙҙың мәғәнәһен ике көн буйынса уйлап, төшөнә алманым. Кәйефегеҙ китһә лә, тағы бер рәт әйтеп уҙам: һеҙгә булған мөхәббәтем мине тамам иҙҙе. Һеҙгә күңелле, уйынсыҡ булған, минең иң мөҡәддәс булған бер әйберем булды. Тәбәссем ваҡытығыҙҙағы ҡиәфәтегеҙҙе күҙ алдыма килтереп, сәғәттәр буйынса тамаша итәм. Донъяла бәндәләр өмөт арҡаһында ғына көн күреп, йәшәүҙәренә ышанам. Бына шул өмөт йәсәрәт бирҙе лә, был мәктүбте яҙҙым. Уф, мине лә ҡыҙғанығыҙ, рәт белмәгән, тәрбиә күрмәгән йүнһеҙ кешеләр рәтенә теҙмәгеҙ. Ғиффәт менән булған мөхәббәттең мөҡәддәс икәнен хәтерегеҙгә килтерегеҙ.

Мөхәббәт менән мөбтәлә Нажи.

Нажиҙың был мәктүбенә ҡаршы Саниханың түбәндәге ҡыҫҡа ғына яуабы килде.

Нажи әфәнде!

Мәктүбегеҙҙе яуапһыҙ ҡалдырырға, ни өсөндөр, выжданым ҡабул итмәне. Белмәймен, был дәрәжәлә мөхәббәт булырмы икән?.. Мөхәббәттең ауырлығынан бәхәс итәһегеҙ. Был мөхәббәт миндә булһа, миңә лә, шулай ауыр булыуынан ҡурҡып, ысын көсөм менән мөхәббәткә мөбтәлә булыуҙан һаҡланамын. Тәбәссем итеүемдең мәғәнәһенә төшөнә алмағанһығыҙ. Башҡа ни нәмә яҙайым? Мине мәғзүр күрегеҙ: миндә һәнүз мөхәббәттең ни икәнен ысынлап белеү юҡ. Үҙем шулай ҙа яуап яҙырға тейешле төҫлө күрәм. Бының ниҙән икәнлеген үҙем дә белмәйем.

Саниха.

Саниха ханым!

Ҡыҫҡа ғына яуабығыҙ ҙа мине сикһеҙ шатландыра. Ғәфү ит, мин тағы мәктүб яҙып һеҙҙе борсоймон. Нескә тәбиғәтең, хиссаз күңелең, ихтимал, әҫәрләнеп борсола торғандыр. Быны бик асыҡ белһәм дә, мәктүб яҙырға юл ҡалған төҫлө була ла, мәктүб яҙамын. Мөхәббәттең ялған булыуына ышана алмаймын. Ялған булды иһә, мөхәббәт тип әйтеп булмайҙыр. Был эш ҡатын-ҡыҙҙы уйынсыҡ рәүешле итеп ҡараған тәрбиәһеҙ кешеләрҙә генә булһа булыр. Уйлә кешеләргә ысын ҡәлебем менән нәфрәт итәм. Ғиффәт, сәҙәҡәт даирәһендә булмаған мөхәббәт — сөфәһа, насарлыҡ булалыр. Йәнәбе хаҡ ундай бер фекерҙән, яман уйҙан үҙе йыраҡ ҡылһын! Ялған мөхәббәт менән йөрөгән, алдашҡан кешеләр тәрбиәһеҙлек илә мәғруф бер синыф халыҡтар араһында була. Минең выжданым улай булыуҙы күтәрә алмай. Ундай кешеләрҙе иң түбән кешеләр рәтенә теҙәмен. Выжданым бындай түбәнлектән йыраҡ икәнен һеҙгә белдерәһем килә. Бер ғәфифә ҡыҙҙы алдаштырып насар хәлдәргә төшөргән, уларҙың күҙ йәштәре ағыуына сәбәп булған әҙәм һүрәтендәге хайуандарға мең йәнем менән ләғнәт уҡыймын. Ғәҙел алла уларҙың язаларын бирһен! Минең мәктүбтәремде был рәүешле насар ниәт менән яҙғанға хәмел итеүегеҙҙе белһәм, үлһәм дә, башта уҡ мәктүб яҙмаған булыр инем. Ләкин һеҙҙең был дәрәжәлә тәрән фекер менән үҙегеҙҙе тота белеүегеҙгә тәхсин итәм. Кешенең бер көлөп ҡарауы, бер-ике юл мәктүбемә алданып, ни эшләргә белмәй йөрөгән фекерһеҙ, киләсәген уйламаған ҡыҙҙар йөмләһенән булмауығыҙға «афарин»дан башҡа һүҙем юҡ. Фәҡәт минең хәтерем өсөн генә юҡ мөхәббәтегеҙҙе бар ҡылһағыҙ, йәки бер мәктүбемде алыу менән: «Мин дә һеҙҙе шулай яратам»,— тип яҙһағыҙ, ихтимал, минең мөхәббәтем был дәрәжәгә ирешмәйенсә үк һүнер ине. Бәғзе татар ҡыҙҙарының, егеттәрҙең бер хатын алыу менән йәиһә бер мәртәбә күрешеп һөйләшеп ултырыу менән, тәжрибәһеҙ-ниһеҙ бер-береһен үлер дәрәжәһендә яратышҡан булып, алданышыуҙарын үҙем дә яратмаймын. Был эштәрҙең һәммәһе тәжрибәһеҙлек, хатта тәрбиәһеҙлек, ниһайәт, киләсәкте уйламаусылыҡ ул. Уларҙың шул тәжрибәһеҙлек һәм тәрбиәһеҙлектәренең зарарҙары үҙҙәренән артып башҡаларға ла тейәлер. Әле мин әхлаҡ китабы яҙмаймын. Һеҙгә әхлаҡ өйрәтеүҙе лә дәғүә ҡылмаймын. Был йөмләләр һеҙҙең һүҙегеҙ мөнәсәбәте менән яҙылды. Ҡыҫҡаһы: эш юҡтан эш булһын, тип кенә мәктүб яҙмағанлығымды белдерәһем, быны иҫбат итәһем килә. Мәктүбтәремдең һәр береһе мөхәббәт, ысын мөхәббәттең сәүге менән яҙылалыр. Дөрөҫ, мөхәббәт бер генә тарафтан булһа, ике ҡәлебтең бергә ҡушылыуы, күңел берләшеүе мөмкин түгелдер. Мин был хаҡтағы фекерегеҙҙе һуңғы мәктүбегеҙҙән генә белдем. Инде ғәфү итегеҙ. Бынан һуң һеҙҙе борсомаҫҡа ысын күңелем менән ижтиһад ҡылып ҡарармын. Һеҙгә төшкән мөхәббәтемде эсемдә һаҡлап үлермен. Артыҡ хәлем ҡалманы. Хушығыҙ!

Нажи.

Нажи әфәнде!

Һуңғы мәктүбеңдә татар ҡыҙҙарының тормош вә ғәҙәттәренең бер сите кергәнгә күрә, был иһә минең эсемде иң бошора торған эш булғанға, был мәктүбеңә лә яуап яҙмай ҡалдырыуҙы тейешһеҙ күрҙем. Һеҙҙә мөхәббәттең был дәрәжәлә, йәғни үҙегеҙ тәғриф ҡылған шикелле үк, булыуына күңелем һаман ышанмай. Үҙең пак күңелле, выжданлы икәнеңә был мәктүбең шаһит булырға ярарлыҡ. Быны иғтираф ҡылмай сарам юҡ. Был мәктүбемдә мин дә бер аҙ әхлаҡ һатһам, ғәфү итерһегеҙме? Бына минең донъяла ысын мөхәббәт барлығына ышанмауыма беренсе сәбәп — күҙ алдымдағы булып торған ваҡиғаларҙыр. Шулар мине мәктүб менән генә ғарыз ҡылған мөхәббәткә ышанмаҫҡа ҡушалар. Татар егеттәренең ғәҙәттәрен белгән кешеләргә был бер ҙә генә йәшерен эш түгел. Бер ҡыҙҙы ҡорған тоҙаҡтарына төшөрөргә теләнеләр иһә, бик килештергән булып, туғры: «Мин һине яратам, аһ, сыҙар хәлем юҡ!»— тип хат яҙған булалар. Бындай хаттарға алданған ҡыҙҙарҙы мин, бер яҡтан, ҡыҙғанамын, бер яҡтан, уларҙың шул дәрәжәлә тиҙ алданыуҙарына асыуым да килә. Күреү, һөйләшеү, мәктүб алышыуҙарҙың һис береһе ғәйеп түгел. Фәҡәт ҡыҙҙарҙың был кешеләрҙе тикшермәй-нитмәй, тәрбиәләренә ҡарамай, киләсәктәрен уйламай, бары ҡыҙыҡ өсөн, алданышып, ғашиҡ булдым тип алданыуҙары ғәйептер. Ниңә бер ҙә генә йәш ваҡыттарының ҡиммәтен тәҡдир итә алмайҙар? Мәктүб яҙған бер егеткә: «Ә, был мине ярата икән, ҡаршы яҙмай ҡалыу ҡыҙғаныс, бисара, мине күргәс, сыҙар хәле ҡалмаған икән»,— тип ҡаршы яуап яҙа башлаһаң, харап булғаныңды белмәй ҙә ҡалырһың. Был һүҙҙәрем ғөмүми һүҙҙәр. Ә хосуси ҡарағанда, мөхәббәт булыр. Ләкин был хаҡта иркенләп фекер йөрөтәһем килә. Эш үткәс үкенеүҙә файҙа булмағанға күрә, миңә уйларға ирек бирегеҙ. Сабыр итеп, мөхәббәтегеҙҙе бер аҙ баҫып тороғоҙ. Мөхәббәт һуңында тормоштар ҙа килә, быларҙы уйларға кәрәк. Мәңгелек сәғәҙәттең нисек иткәндә буласағын оноторға ярамай. Был һеҙгә аҡыл өйрәтеү түгел. Үҙемә тәғәллек иткәнгә күрә генә яҙам. Артыҡ килешһеҙ һүҙҙәрем булһа, ғәфү итегеҙ!

Саниха.

Саниха ханым!

Үткән мәктүбегеҙгә ҡаршы хат яҙыуҙы, мәктүбегеҙҙе уҡығандан һуң, тейешһеҙ булыр тип белмәймен. Үткән хатығыҙ мине хәҡиҡәтән төшөндөрҙө. Яҙған мәктүбеңде уҡыу менән ҡәнәғәт хасил итәм. Мәктүбтәремде яуапһыҙ ҡалдырмауығыҙ мине ни дәрәжәлә шатландырғанын белһәгеҙ!.. Һәр бер мәктүбеңде, белмәйем, нисә рәт уҡый торғанмындыр. Һеҙ фекер йөрөтөүҙә, минең әхлаҡ вә тәбиғәтемде тикшереүҙә тамам, тамам ихтыярлыһығыҙ. Яңғыҙ минең мөхәббәтем һеҙҙең сәғәҙәтегеҙ өсөн кафи булмаясағын үҙем дә беләм. Кашки һәр бер татар ҡыҙҙары һеҙҙең кеүек булһа ине!.. Уйларға ихтыяр бирҙем, тип әйтергә, һеҙ минең ихтыярымда түгелһегеҙ.

Донъяла мәсғүд йәшәр өсөн, ике тарафтың бер-береһенә көфү булыуы тейешлелер. Артыҡ яҙырға хәҙер лөзүме юҡ тип беләм. Затән, һеҙгә мәктүб яҙа башлаһам, телем тотлоға, һеҙҙең хыялығыҙға мәғлүб ҡала. Артыҡ хуш!

Нажи.

Нажи әфәнде!

Мәктүбтәрегеҙҙә мөхәббәт хаҡында аҙ яҙа башланығыҙ... Әллә фекерегеҙ үҙгәрә башланымы? Һәр ваҡыт шулай етдилек кәрәк... Мөхәббәттән һуңғы маҡсудығыҙҙың ни нәмә икәнен аңлай алмаймын... Ғүмерҙәр үлсәүле. Ҡоро мөхәббәт-мөхәббәт тип йөрөүҙән бер нәмә булмай. Донъя булғас, һәр кемдең бер эше булырға тейешле. Ике тарафтың көфү булыуға тейешле икәнен ни өсөн яҙҙығыҙ? Аңламаным...

Саниха.

Саниха ханым!

Мәктүбемде яуапһыҙ ҡалдырмауығыҙ өсөн ни ҡәҙәр шатланамын. Белһәгеҙ! «Мөхәббәт» кәлимәһен күп яҙып, һеҙҙе борсоуҙы выжданым күтәрмәй. Сөнки бының әле яңғыҙ бер тарафта ғына булыуы мөмкин. Был хаҡта яҙыуҙан үҙемде көсләп булһа ла туҡтатамын. Мөхәббәттән һуңғы маҡсудымды фекерегеҙҙе белгәндән һуң ғына әйтер инем. Ике тарафтың бер-береһенә көфү булырға тейешлеге мәсғуд йәшәр өсөн... Төп маҡсудыма ирешер өсөн, һеҙҙең, тарафтан да мөхәббәт булырға кәрәк... Был хаттарҙа артыҡ тәфсил бирергә ҡурҡам. Һеҙҙе ялҡтырыуҙан ҡурҡмаһам, әллә нисәшәр сәхифә яҙыр инем. Мәктүб яҙа башлаһам, артыҡ булмаһын тип ҡурҡам. Мәктүбтәрегеҙҙән әллә ниндәй әсрар вә мәғәнәләр сыға. Тәкрар уҡыу менән мәшғүлмен. Аңлашылмаған бәғзе эштәр мәктүбте асыҡ яҙыуға маниғ булалыр. Мине мәктүбегеҙҙән мәхрүм итмәүегеҙҙе өмөт вә рижа итәм. Ғәфүегеҙҙе өмөт итеүсе

Нажи.

Нажи!

Маҡсудыңды тамам белә алһам, фекеремде яҙыр инем. Юҡһа яҙа алмаймын. Донъяла бер маҡсудһыҙ, бер эштең ахырын белмәй, ҡоро хыял менән йөрөгән ваҡытта алданыу вә үкенеү генә булыр. Ике тарафтың бер-береһенә көфү булырға тейеш булыуы — мәсғүд йәшәү өсөн, тигән һүҙегеҙҙән бер ни ҡәҙәре нәмәләр аңларға мөмкин. Маҡсудыңды тамам аңлап етә алмаймын. Үҙ тарафымда әллә ниндәй һыҙланыу вә мөхәббәт барлығын белмәймен. Был урында хәҙерге көндән бигерәк киләсәгемде уйлаймын. Башым киләсәктәге сәғәҙәтем менән мәшғүл. Ғиффәт сәйәсендә сәғәҙәткә ирешеү — беренсе маҡсудым. Бында башҡа йәшерен серҙәр юҡ.

Саниха.

Нажи был мәктүбте алғас, үҙенең маҡсудын яҙмаҡсы булды. Ул үҙенең маҡсудын яҙырға йәсәрәт итә алмай ине. Ул көсөн йыйҙы, бар ҡеүәте менән түбәндәге мәктүбте яҙҙы.

Саниха ханым!

Һуңғы мәктүбегеҙ минең күптән бирле яҙырға йәсәрәт итә алмай торған фекеремде асыҡ һүрәттә яҙырға юл асты. Мин, был фекеремде яҙыр өсөн, бар ҡеүәтемде йыйҙым. Ҡоро мөхәббәттән, әлбиттә, бер эш тә юҡ. Мөхәббәттән маҡсудым:— һеҙҙең менән ғүмерем буйынса бергә торорға теләү. Үҙемдең рәхәт вә сәғәҙәтемде шунан ғына тип белеүҙер. Мәшруғһүрәттә ғиффәт даирәһендә был маҡсудым хасил була ҡалһа, мин үҙемде иң бәхетле кешеләр йөмләһенән тип беләсәкмен. Бына шулай мәңге мәсғүд торор өсөн, ике тарафтың бер-береһенә көфү булыуы тейешлелер. Шул маҡсуд менән һеҙҙе күрҙем, яраттым, ысын күңелем менән яраттым. Мөхәббәтегеҙ күңелемдә тамам урынлашҡандан һуң ғына, мөхәббәтемде ғарыз итергә йәсәрәт иттем. Башта уҡ бер ҙә мөнәсәбәтһеҙ был фекеремде яҙырға, ғарыз итергә мәғкүл булманы. Мәктүб яҙып, һеҙҙе борсоуымда вә башҡаларҙа мөхәббәт ғәйепле. Һеҙҙе яраттым һәм шуны ғарыз ҡылдым. Был мәктүбем менән ысын маҡсудымды яҙҙым. Минең тәржемәи хәлем һәм башҡа йәһәттәрем һеҙгә артыҡ мәжһүл түгел. Уйларға, фекер йөрөтөргә ихтыярлыһығыҙ. Фәҡәт минең яратыуым, минең мәслихәт күреүем менән генә эш булмай. Бөтә ҡеүәт, бар ихтыяр, минең сәғәҙәтем бары һеҙҙең ҡулда, мөхәббәт өсөн башҡа шаһитым юҡ. Йөҙөмдөң һарылығын, аҙ ваҡытта шул дәрәжә үҙгәреүемде күрһәгеҙ, шайәт ҡыҙғаныр, мөхәббәтем камил икәненә ышаныр инегеҙ. Кисәләремде һеҙҙе уйлау менән үткәрәм. Хыялығыҙ алдымда улдығы хәлдә, сәғәттәр буйынса төшөнәм. Инде яуабығыҙҙы көтәм. Был хаҡта мине мәғзүр күр. Мине ҡыҙған, минең бәхетле булыуым үҙеңэ бағланған икәнен бел!

Ғәфү итегеҙ, әсирегеҙ Нажи.

Нажи әфәнде!

Һуңғы мәктүбегеҙҙән маҡсудығыҙ ни икәнен тамам аңланым. Ғүмерҙә бер генә килә торған эш булғанға күрә, был хаҡта күберәк уйларға тура килә. Хәҙергә ни яҙырға ла белмәймен. Тағы бер яуап яҙырмын.

Саниха.

Саниханың ҡыҫҡа ғына булған ошо яуабы Нажиға ҙур өмөт биргән кеүек булды. Нажи инде Саниханан оҙон бер яуап көтә ине.

Саниханың тәрбиәле һәм үҙен гүзәл тота белгән ҡыҙ икәненә тамам ышанды. Шуның өсөн барған ғына һайын Санихаға мәфтүн була ла, бөтә ҡәлебе Саниханың хыялы менән тулы ине. Саниханан тиҙ генә яуап килмәгәс, Нажи тағы мәьюс була башланы. Ниһайәт, Нажи тағы бер мәктүб яҙҙы.

Саниха ханым!

Үткән мәктүбемә ҡаршы яҙған ҡыҫҡа, фәҡәт мәғәнәле яуабығыҙҙы алған инем. Аһ, был яуабығыҙ, ни саҡлы өмөт биргәнен беләһегеҙ... Ундағы вәғәҙәгеҙгә бинаән мин был көнгә саҡлы тағы бер мәктүбегеҙҙе көткән инем. Ләкин өмөтөм бушҡа китте. Был ваҡыттарҙа үткән көндәрем тәбиғи көндәрҙән мең ҡат оҙон булып күренде. Минуттарҙы үткәреү ҙә ауыр була башланы. Ниһайәт, ошо мәктүбемде яҙырға ҡарар бирҙем. Бында яҙырлыҡ бер яңы эш түгел. Бер ҡеүәт тәьҫире менән генә яҙам. Һеҙҙең ни фекерҙә икәнегеҙҙе белһәм дә... үҙегеҙҙе күреп, тамам фекеремде белдерһәм... Ләкин был эш мөмкинме?.. Аһ, беҙҙәге ғәҙәт, ҡыҫынҡы тормош... бөтә маҡсудтарҙы емерә, теләгән теләктәрҙе ҡылырға маниғ була. Ниһайәт, тағы хат яҙырға мәжбүр булаһың. Бына тағы яуабығыҙҙы көтәм. Башҡа юҡ.

Нажи.

Нажи әфәнде!

Һуңғы мәктүбеңде алдым. Мөхәббәт ысын күңелдән булһа, көндәрҙе үткәреүҙең ауыр булыуында шөбһә юҡ. Мин әле бер нәмә лә уйлап еткерә алғаным юҡ, бының күп уйлай торған эш икәне үҙегеҙгә мәғлүм. Күңелде генә риғая ҡылмағанда, бында күп уйларға, күп һынашырға тура килә. Былар береһе лә ғәйеп түгел. Рәхәт вә сәғәҙәт шул ваҡытта ғына мәңгелек булырға мөмкиндер. Күреп һөйләшергә маниғтар бар тип әйтәһегеҙ. Минеңсә, бында артыҡ бер маниғ та юҡ. Был бик тәбиғи һәм мөмкин булған эш. Ысын-ысындан танышыу, әхлаҡ вә тәбиғәтте белеү өсөн, бынан башҡа мөмкин түгел. Быны һис кем кире ҡаҡмаҫ, күреү, һөйләшеү ябай бер эш булырға тейешле. Йәғни быны мөмкин түгел-фәлән тип ҙурға ебәрергә кәрәк түгел. Тормош — бер кешенең ғүмере... истиҡбале, быларға бағланған сәғәҙәт тигән нәмә — һәммәһе ысын уйлауға, холоҡ вә тәбиғәтте тәжрибә ҡылыуға бағлайҙыр. Бындай эштә һис кемдең хәтере риғая ҡылынырға тейеш түгел. Ғиффәт, сәҙәҡәт юл башы булған мөддәттә бында ҡурҡып торорлоҡ һис нәмә юҡ. Һәр кем үҙенең сәғәҙәте өсөн тырышырға һәм дә быға ирешергә теләгән мөддәттә һәммә маниғтарҙы бер яҡҡа ҡуйып торорға кәрәк. Ысын тормошҡа керергә әҙерләнгән кешеләргә быларҙы төшөнөү тейешлелер. Ҡоро мәктүб-фәлән менән генә тормош нигеҙен ҡороу, тышҡы ваҡ нәмәләргә генә алданыуҙың ахыры хәйерле булмаҫ. Яуап яҙырға вәғәҙә ҡылған фекерем дә ошоларҙы яҙыу ине. Нигеҙле мөхәббәт өсөн был эштәр, ошонда яҙылған фекерҙәр зарурҙыр. Ҡапылға минең фекерем ошо.

Саниха.

Саниха ханым!

Һуңғы мәктүбегеҙҙең ни дәрәжә тәрән фекер, тормошҡа тура ҡарау менән яҙылғанын күреп, фекерегеҙҙең тоғролоғона хайран ҡалдым. Мәктүбегеҙҙе тәкрар уҡып, бөтә ҡайғыларымды оноттом. Инде мин минуттарымды шатлыҡ менән үткәрә башланым. Күреү, һөйләшеүҙең тейешлеге хаҡында артыҡ яҙып торорға ла лөзүм тапманым. Затән, күреп әхлаҡ вә тәбиғәттәрҙе һынашмаған ике кешенең берләшеүҙәре мөмкин түгелдер. Минең мәктүбтәрем күрешеү, һөйләшеүгә башланғыс ҡына ине. Шул хаттарымды икебеҙҙең араға ҡуйып, һеҙҙең фекерегеҙҙе белдем, бер ҡәҙәре булһын, әхлағығыҙҙы төшөндөм. Был эштәр минең матлубым өсөн иң зарури эштәрҙән хисап ҡылына. Бында яҙып торорға, ысын хисиәтемде аңлатырға һүҙ таба алманмын. Минең уй һәм фекерем тамамән шул мөхәббәт тирәһендә әйләнә.

Нажи.

Нажи менән Саниха араһында һуңғы көндәрҙә яҙылған хаттар:

Һөйөклө Нажи!

Һуңғы көндәрҙәге үҙемдә булған үҙгәрештәргә үҙем тәғәжжеп итәм. Бынан элек һинән мәктүб килһә килмәһә лә, бер була торған ине. Инде мәктүбтәрҙе көтөп алам. Үҙемдә булған хисиәттең алмашыныуына тәғәжжеп итәм. Үткән ваҡытта сәғәттәрҙе түгел, көндәрҙе хисап итмәй, тиҙлек менән үткәрә инем. Инде көндәр түгел, минуттар ҙа ауырлыҡ менән үтәләр. Күңелемдәге хисиәтемде белдерә алмауым асыҡ мәғлүм. Күреп һөйләшкәнде көтмәйенсә, был мәктүбемде яҙам. Һин беҙгә килгән ваҡытта әйтә торған һүҙҙәреңдең күбеһен онотҡанмын, белмәйем, ни сәбәптәндер, хәтеремдән сыҡҡандар. Һеҙ минең ата-әсәйем хаҡында яҙғанһығыҙ. Мөхтәрәм ата-әсәләрем мине тәрбиә иткәндәр. Минең тәрбиә вә ғиффәтемә ышаналар. Күрешеү, һөйләшеүгә улар тарафынан һис бер маниғ юҡ. Ата-әсә йәһәтенән ни ҡәҙәре мәсғүд икәнемде тәғриф итә алмаймын. Мин ул яҡтан ысын бәхетлемен. Тәбиғи, улар минең бәхет-сәғәҙәтем өсөн ысын күңелдәре менән ижтиһад итәләр. Уларға итәғәт итеү менән уларҙы шатландырырға бурыслымын. Һеҙҙең бында килеүегеҙгә улар һис бер борсолмай. Шатланалар ғына. Башҡаһы күрешкәндә.

Саниха.

Гүзәлем Саниха!

Донъяла төрлө рәхәттәрҙең булыуына артыҡ ышанмай инем. Инде ышанамын. Истиҡбалемдең ҡояш төҫлө яҡты булыуына инде иман килтерҙем. Мөхәббәтем көндән-көн тәзәид итә. Пәдәрегеҙҙең холҡон ни дәрәжәлә яратҡанымды белһәгеҙ... Бынан һуңғы мөмкин була торған эштәр әмерегеҙгә табығдыр. Сәғәҙәт вә рәхәтемдең һеҙгә бағланыуына ҡәнәғәт хасил иттем. Һине күреп ҡайтҡандан һуң булған ғүмерем минуттарына саҡлы һаналып үтәләр. Көн һәм төн уйлаған уйҙарымды уйлап ҡараһам, һаман шулай һине уйлаған булып сығам. Осһоҙ вә сикһеҙ булған был уй һаман шулай бара. Ғүмеремдең ахырына саҡлы уйҙарым дауам итер төҫлө күренә. Ниһайәт, истиҡбалдәге сәғәҙәттәрҙе уйлап, үҙемә етдийәт бирәм. Киләсәкте уйлау менән генә күңелем тыныслыҡ таба. Сикһеҙ шатланамын. Шул рәүешле ғүмерҙәр үтә, бары был көндәрҙең тиҙерәк уҙыуын теләймен.

Нажи.

Ғәзизем Нажи!

Мин инде үҙ-үҙемдән көләм. Мөхәббәттең әҙәмдәргә был дәрәжә тәьҫир итеүенә ышанмай инем. Хатта ысын мөхәббәттең барлығын инкар итә инем. Быға иһә мөҡәддәмдәге мәктүбтәрем шаһиттыр. Инде мөхәббәт, ғишыҡ тигән нәмәләрҙең барлығына ҡәнәғәт хасил иттем. Үҙеңә мәңгелек иптәш һайлауҙа, уның әхлағын тикшереүҙә һәр бер кеше ысын һәм етди рәүештә ижтиһад итергә тейешлелер. Мин быны һәр ваҡытта иң алда тоттом. Үҙемдең уйлаған фекеремә тура килгән сәғәҙәтемде көткән бары һин генә. Инде мин үҙемдең ижтиһадымда алданмауыма, маҡсудыма ирешеүемә ышанамын. Мин теләгән эшкә ата-әсәйемдең риза булыуында шөбһә юҡ. Бына мин ул яҡтан ысын мәсғүдмен. Хәҙер күп яҙып торорға, хисиәтемде тәғриф ҡылып маташырға лөзүм күрмәймен. Фәҡәт киләсәктәге яҡын һәм яҡты көндәрҙең тиҙерәк етеүен, мәсғүд сәғәттәремдең тиҙерәк килеүен көтәм.

Баҡый мөхәббәт илә Саниха

Гүзәлем Саниха!

Көткән мәсғүд сәғәттәр етә. Хәҙерге көндәрем шатлыҡ менән уҙалар. Мин шатлығымдан нимә яҙырға белмәймен. Алдымдағы балҡып торған көндәрҙең булыуын сабырһыҙлыҡ менән көтәм. Һинең кеүек ғали йәнәб, үҙ-үҙен тота белгән тәрбиәле бер ҡыҙҙың үҙемә мәңгелек иптәш булыуын уйлап, үҙемдең ысын бәхетле булыуым менән хөкөм итәм. Саниха, ысынлап та, мин бәхетлемен! Саф ҡәлеб, ғиффәт вә тоғролоҡ сифаттары юлбашсы булған мөддәттә инсандарҙың рәхәт вә сәғәҙәткә ирешеүҙәрендә шөбһә юҡ икәненә ышандым. Фәҡәт шул сифаттарҙы сәғәҙәткә ирешеү юлында иң ҙур ҡорал итеп истиғмал ҡылырға ғына кәрәк. Ысын маҡсудҡа ирешеү көндәребеҙ яҡынлашты. Ихтимал, был мәктүбем һуңғы мәктүбем булыр. Бынан һуң бәхет-сәғәҙәт менән бергә, ғүмер буйы бергә йәшәргә насип булһын!

Хәҙергә һау бул, ғиффәтле гүзәл Санихам. Оҙаҡламай күрешербеҙ!

Нажи.