Jump to content

Мөхәббәт йәшәү емеше. Баязит Бикбай

From Wikisource

автор Автор:Баязит Бикбай (1909—1968)
Ижад итеү ваҡыты: 1961. Сығанаҡ: "Һәнәк", 2009 й., №1


***



Мөхәббәт - йәшәү емеше –
Өлгөрә ул бер генә,
Кеше татый уның тәмен
Тик бер генә гүмергә.

Әгәр һөйөү татымаһа,
 Ул - кеше булмаҫ ине,
 Донъяның иң гүзәл йәмен
 Бер касан тоймаҫ ине...

Ергә тыуган һәр бер кеше
Ҡаса алмай үлемдән...
Ә мөхәббәт татымаусы -
Тере килеш күмелгән!...


1961