Мөхәббәт

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Мөхәббәт (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар,поэма. – Өфө: Китап, 2006.– 176 бит. (140-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


МӨХӘББӘТ


(Йыр)
Миҙгелдәрҙең йәйҙәре бар,
көҙҙәре бар, ҡышы ла бар –
Наҙ иленә ышанам!
Мөхәббәттең йәйҙәре лә,
көҙҙәре лә һәм ҡышы ла
Яҙ иленә оҡшаған!

Мөхәббәт – еләкле болон,
Мөхәббәт – ғибрәтле уйын.
Мөхәббәт – дауыллы ҡойон,
Мөхәббәт – яғымлы йырым!
Ирендә – сәскә балы,
Күңелдә – һағыш-зарың,
Сафлыҡтың ап-аҡ ҡарын
Яратам!

Мөхәббәттең һәр миҙгеле,
һәр бер көнө – Яҙ ғына,
Ашҡындыра таңына.
Быуаттарҙан-быуаттарға
күпме йырҙар яҙылған
Һәр йөрәктә яңынан ҡабына...



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.