Тыңламағас, бик шаярғас,
Ҡамасаулап бар эшкә,
Аҡыл ултыртырға мине
Әсәй ҡуйҙы мөйөшкә.
Ә мин алдым ҡәләмдәрҙе,
Һыҙғысланым, буяным,
Бынау яғында - айыуым,
Бынау ерҙә - ҡуяным.
Битем-күҙемде буяным,
Буяным беләгемде,
Сәскә яһап, әсәйемә
Күрһәттем бүләгемде.
Оҡшатмайса һүрәтемде,
Асыуланһа ла йәнә,
Бүтән мөйөшкә ҡуйманы -
Юҡтыр инде мәғәнә!
- Әсәй, әсәй, асыуланма,
Бүтәнсә улай итмәм,
Мөйөшкә ҡуйған сағыңда
Сыйғыслап буяп бөтмәм.
- Ышанам, - тине әсәйем,-
Тәртипһеҙләнмә башҡа!
Тырышырһың тип уйлайым
Һин мөйөшкә баҫмаҫҡа,
Мәсхәрәгә ҡалмаҫҡа.