Jump to content

Мәскәү-илебеҙҙең баш ҡалаһы(хикәйә). Йыһат Солтанов

From Wikisource
Мәскәү-илебеҙҙең баш ҡалаһы (хикәйә )
автор Йыһат Солтанов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Мәскәү-илебеҙҙең баш ҡалаһы


 Гүзәлдәрҙән-гүзәл Мәскәү! Ғәжәп ҙур һәм матур ҡала икән ул. Баш ҡалаларҙың да баш ҡалаһы. Машиналар урамдарға һыймағанлыҡтан, поездар ер аҫтынан да елә. Унда бик күп туҡталыштар, матур станциялар бар. Аҫҡа ла, өҫкә лә баҫҡыстары кешеләрҙе үҙе йөрөтә. Был тылсымлы ер аҫты донъяһы метро тип атала. Ә кешеләрҙең йөҙө шундай яғымлы, алсаҡ!
Сәғит менән атаһы, метронан сығып, тура Ҡыҙыл майҙанға йүнәлделәр. Бына Кремль. Башняларында ҡыҙыл йондоҙҙар балҡый.
Башнялағы куранттар дәртле көй тартты, даңғылдап сәғәт һуҡты.
— Атай, Мәскәүҙән тағы ҡайҙарға барып була? — тип һораны Сәғит атаһынан.
— Мәскәү ул — Тыуған илебеҙҙең баш ҡалаһы. Унан юлдар бөтә донъяға тарала. Ләкин шуны бел, улым, ҡайҙа ғына барһаң да, ошо Тыуған илдән дә матурыраҡ, ғәзизерәкте тапмаҫһың. Сөнки ерҙә илдәр күп, ә Тыуған ил берәү генә була. Бына ошо Мәскәү кеүек. Әсәйең кеүек, атайың кеүек. Тыуған өйөң кеүек. Шуға күрә Тыуған ил ғәзиз ул.

 


1988 йыл