Ит ғәфү, әй Ай, тинем мин,
Нурҙарыңды урланым
Шәйхзада Бабич
Арауыҡтар
Айҙың ун дүртенсе төнө -
Түп-түңәрәк Ай күктә:
Ваҡыт һауытына тулған
Киләсәк һәм дә үткән.
Үткән ғүмер арауығы
Йомарланған йомғаҡҡа,
Ә киләсәк – ул билдәһеҙ,
Оҡшаш ҡыуғыр ҡамғаҡҡа.
Икеһенең араһына
Ингәнмен дә баҫҡанмын,
Мин бөгөн үҙемдәй түгел,
Сихырланған – башҡамын.
Ай нурынан күперләнгән
Ҡыҙыл диңгеҙ ятыуы,
Бөгөн, ахыры, бер ни тормай
Боронғоға ҡайтыуы.
Ваҡыт ялына тотоноп
Еләм көмөш күперҙән,
Миңә ҡыҫҡа ошо төндә
Нисә быуат үтергә!
Илт мине, Ваҡыт толпары,
Мәр* төҙөлгән мәлдәргә,
Илле быуат әүәл мәлгә -
Шаһит ит шул хәлдәргә.
* Мер – пирамида
Айға илтә мине толпар
Керпек ҡаҡҡан арала,
Сихри нурҙар Ер-йомғаҡҡа
Һәм үткәнгә тарала.
Нисә быуат икән артта –
Урал да юҡ, Нил дә юҡ,
Бары диңгеҙ йәйрәп ята,
Ҡоро ер юҡ, ил дә юҡ.
Сеү, тапсыҡтай яңғыҙ карап
Сайҡала тулҡындарҙа,
Нух пәйғәмбәр, яҡындары
Шәйләнә шул һындарҙа.
Урал ҡайҙа, ҡайҙа Урал –
Ҡайҙа илем, башҡортом?!
Диңгеҙ, ниңә һин аяуһыҙ,
Ниңә илдәрҙе йоттоң?
Боҙлоҡ һәм ут
Түп-түңәрәк булып тулған Айҙан
Үткәндәргә йәнә күҙ һалам:
Ус аялай ғына бер утрауҙа
Йәнбикә, Йәнбирҙе – ҡанбабам.
Урал батыр тигән улдары бар,
Пәйғәмбәрҙәй камил уҙаман,
Бәлки пәйғәмбәрҙең үҙелер ҙә
Иман таратыусы шул заман.
Нисек килһә, шулай сигә диңгеҙ –
Ҡалҡа тауҙар упҡын аҫтынан,
Ағып сыға Иҙел, Яйыҡ йылға,
Нөгөш урғый улар артынан.
Йәншишмәнән ҡурпып китә үлән,
Урманына тула кейек-ҡош,
Тик йәннәтең ҡәҙерен белһендәр тип
Аллаһ бирә ыжғыр уҫал ҡыш.
Нух пәйғәмбәр йөҙгән карап иһә
Барып туҡтай бүтән тарафҡа,
Түл йәйергә алған барса мәхлүҡ
Ҡоро ергә төшә караптан.
Йәннәт йылғаһылай Нил йәйелә,
Гөрләп үҫеп китә һәр емеш,
Тик ожмахтың ҡәҙерен белһендәр тип
Ҡурғыс эҫе бирелгән имеш.
Сәккәрә
Сәккәрә* - ҡом, таш далаһы,
Яланғас тауҙар иле,
Уттай ҡыҙған ҡом сүлендә
Хакимлыҡ итә һиллек.
Ҡош та осмаҫ сикһеҙ күктән
Аяуһыҙ ҡарай ҡояш,
Каруан башы, юл яҙлығып,
Өнһөҙ генә йәш ҡоя.
Ялбара Күк шәмесенә,
Ярлыҡау, аяу һорай:
- Имен сығарһаң сүллектән,
Төҙөрбөҙ бөйөк ҡорам.
Тиңе булмаҫ ул ҡорамдың
Йыраҡҡа китер шаңы,
Мәңгелеккә ҡалдырырбыҙ
Фирғәүен улың** данын.
Имен-аман ҡайта каруан,
Мәғлүм ителә нәҙер,
Ил башлығы эйәк ҡаға –
Эш башларға ул әҙер.
Бик ваҡытлы булды әле
Каруан башы тәҡдиме,
Илдә хаста киткән ине
Табылмаҫ кеүек име.
Ҡоролоҡ килгәндә халыҡ
Вәхшиләнә, йән ҡыя,
Кешелек төҫөн юғалтып
Туған тимәй, ҡан ҡоя.
Китә талау, урлау, алдау,
Кем ота – шул еңеүсе,
Аттан осҡан – ятып ҡала,
Хаҡлы - атҡа менеүсе.
Рәхим, шәфҡәт тигән һүҙҙәр
Төшкә лә сыҡмай инеп.
… Шөкөр, һуңғы йылдар имен,
Ишелеп уңа иген.
Ишәйгән халыҡ көр йәшәй -
Дүрт рәт өлгөрә банан,
Ерҙә хөрмә аунап ята,
Ожмахтай хәҙер заман.
Нил ташҡанда сәккәрәгә
Һыйлы ер килә ағып.
Биш ай буйы һыу ҡайтҡансы
Рәхәт ял итә халыҡ.
Туҡтың күңеле хикмәттә -
Аҙғынлыҡ ҡалҡа өҫкә,
Шөғөлһөҙ кеше шашына
Көн-төн мажара көҫәп.
Иң юғары рухани ҙа
Әйтеп торғайны яңы:
Халҡың аҙа – илең туҙа,
Ҡотора бара ҡаны.
* Сәккәрә (сахара) - мысырҙар сүлде шулай атай
** Боронғо мысырҙар фирғәүендәрҙе Ҡояш-илаһ Раның улы тип һанаған.
Мәр-ҡорам
“Ҡорам төҙөү – изге бер ғәмәл,
Яҡынайта Ҡояш-илаһҡа,
Ашығығыҙ сауап алырға
Күсмәҫ элек мәңгелек яҡҡа.”
Өйҙән-өйгә хәбәр ителә
Фирғәүендең ҡәтғи фарманы,
Һәр мысырлы эшкә тотона
Еткән тиклем көсө-дарманы.
Кәре киткән икән, хәленсә
Иғәнәһен бирә малынан.
Һәр бер ташҡа һөйөү һалына,
Һәр бер ташҡа өмөт һалына.
Бер үк маҡсат, бер үк ынтылыш,
Дәүләт йәшәй дөйөм ғәм менән,
Илдә - һиллек, йөҙҙәр – илһамлы,
Хеҙмәт итә һәр кем сәм менән.
Ҡоролоҡ та хәҙер ҡурҡытмай -
Өлөш сыға Ҡояш улынан,
Йәнә, мер төҙөшкән кеше, тип
Ҡағыҙ тотторалар ҡулына.
Тимәк, Ра ҡәнәғәт буласаҡ,
Урын биреләсәк йәннәттән.
Бар әҙәмгә шөғөл табыла,
Шөғөл ҡалмай бары йәлләткә*.
Аптырама, заман кешеһе,
Һалғандар, тип, нисек мәрҙәрҙе,
Илле ҡатлыҡ йорттай үрҙәргә -
Тонна-тонна ҡая-мәрмәрҙе.
Ҡол төҙөһә, күптән был мәрҙәр
Әйләнерҙәр ине онтаҡҡа,
Улар иһә һаман төп-төҙөк –
Әҙгә үҙгәргәндәр ул саҡтан.
Тыуҙырыусы мәрҙе – мөхәббәт,
Изгелеккә булған инаныс,
Изгелектән тыуа изгелек,
Күңелдәрҙә иһә - йыуаныс.
*Йәлләт – палач
Баһа
Фирғәүендәр ҡәберендә
Алтын-көмөш, хазиналар,
Ҡомарлылар нисә быуат
Байлыҡ эҙләп ҡаҙыналар.
Табутханаларҙа ята
Асылмаған күпме серҙәр.
Мерҙәр һаман таң ҡалдыра,
Тик иҫләнмәй төҙөүселәр.
Фирғәүендәр исеме йәшәй,
Төҙөтөүсе – улар ҙаһа.
Ваҡыт ҡына бирә ала
Ҡылынғанға ғәҙел баһа.
Үҙ-үҙенә генә түгел,
Заманына һәйкәл ҡуйып,
Киткән ерҙән фирғәүендәр,
Ваҡыт арауығын юйып.
Мәрҙәр ҡалған.
Тик ҡороған
Имештер ҙә “илаһи” зат,
Мал, дан өсөн ҡан ҡатышып,
Өйләнешкәс ҡабат-ҡабат.
Зат ҡороған. Мәрҙәр ҡалған…
Шулмы - тормош мәғәнәһе:
Алтын-көмөш тултырылған
Табутхана мәғәрәһе?..
Икһеҙ-сикһеҙ ҡом сүленән
Каруан килә. Бәҙәүиҙәр.
Бар мөлкәте – үҙе менән,
Улар шулай донъя гиҙә.
Мәр төҙөлгән саҡтарҙа ла
Бабалары сүл иңләгән,
Бар байлығым – балалар, тип
Байлыҡҡа бала тиңләгән.
...Каруан килә - Нух мәленән
Быуат мәре
Йәнбикәнән, Йәнбирҙенән
Ҡалған нәҫел йәшәй һаман,
Мысырҙарҙан артыҡ түгел,
Үҙгәртмәгән беҙҙе заман.
Шул уҡ ҡағыҙ билдә өсөн
Бил бөктөләр трудденгә,
Пирамиданан кәм түгел
Метро һалыу һуҡыр тингә.
Канал төҙҙөк, юлдар һалдыҡ,
Һуҡмаҡ астыҡ йондоҙҙарға,
Төнъяҡ океанды гиҙҙек
Ҡарап тормай ҡар-боҙҙарға.
Бөйөк маҡсаттар хаҡына
Бәйләп ҡуйып гүйә бәйгә,
Коммунизм тигән “илаһ”
Алдыбыҙҙан барҙы әйҙәп.
Инаныстар ихлас ине,
Мөхәббәттән яралды ил,
Билде биштән быуған халыҡ
Тиҫтә йылдар яҙманы бил.
Яҡты маҡсаттар хаҡына
Яҡты йәшәп, яҡты киткән
Бөйөк быуын, шуның өсөн
Һине сикһеҙ хөрмәт итәм.
Күмәк туплаған хазина
Таланһа ла эттән-ҡоштан,
Тапҡандары – ҡойолор көл,
Буштан килгән китер бушҡа.
Беҙ йәнләтә түләгәнбеҙ,
Йәшәүебеҙ түгел тиген,
Ҡиблаларҙан яҙлыҡһаҡ та,
Иманыбыҙ ҡалған имен.
Заманабыҙ ахыры етеп
Горбачев ҡул ҡуйғанында
Беҙ өндәшмәй башты эйҙек –
Тереләй ил һуйғанында.
Берәү үлмәй берәү тыумай –
“Илаһ” булған ялған, тинек,
Капитал тигән “(ы)сын илаһ”
Килһен әле алға, тинек.
Йәнә китте мәр төҙөүҙәр –
Отоп ҡалды йылғыр заттар,
Ҡулдарына инеп ятты
Ай эсендә миллиардтар.
Китте баҙар, алдау-йолдау,
Сауҙагәрлек аңды быуа.
…Мавроди мәре аҫтына
Ерләнелде уҙған быуат.
Мәрҙәр, мәрҙәр…
Туфан ҡалҡты йәнә ил өҫтөнә,
“Титаник”тай, батты ил карабы,
Кемгә генә мәғлүм булды икән –
Ҡай тарафҡа ул мәл беҙ барабыҙ?
Ҡотолғандар, маяҡ тапмайынса,
Сәбәләнде һыуҙа уңлы-һуллы,
Кемдер иһә хатта ҡоро сыҡты,
Кеҫәһенә һалып байлыҡ-муллыҡ.
Йырып сыҡтыҡ кеүек борғанаҡтан,
Ергә аяҡ баҫтыҡ - сыҡтыҡ ярға.
Һөйөнәбеҙ, Йәнбирҙенән ҡалған
Урал-төйәк, Ватаныбыҙ барға.
Ил төҙөйбөҙ йәнә. Мәр төҙөйбөҙ.
Һәр кем үҙе. Үҙ генәһе өсөн.
Тарау-торау мәрҙәр төҙөү менән
Артыр микән ил тигәндең көсө?!
Тауҙай мәр төҙөһә бер-берәүе,
Икенсеһе көнсөллөктән яна.
Кемдең мәре бейек, кемдеке юҡ –
Күп әҙәмдәр бары шуны һанай.
Ҡайҙа баҡма – мәрҙәр… Алтындан бар,
Әммә быялалай, төрт – ватыла.
Намыҫ тигәнең дә тауар хәҙер,
Һатылмаҫы – ҡыйбатҡа һатыла.
Мысыр мәре тиклек мәсет ҡалҡа,
Иманлылар унда күпме икән,
Бит һыпырып кемдер аҡса йыя-
Аллаһ һүҙе уға сүпме икән?
Мәсет артҡан һайын иман кәмей,
Ни ғәжәптер – бөгөн шундай донъя.
Йөҙ йыртыша имам менән имам,
Мөслимдәрҙең йәнен мөслим ҡыя,
Мөслимдәрҙең данын мөслим юя.
Беҙ сәп
Беҙ-сәп.
Еребеҙ шәп.
Күпте күргән халҡым - тере ҡалҡан,
Быуын-быуын, йәнен аямайса,
Ил һаҡларға һөңгө кеүек ҡалҡҡан.
Беҙ-сәп.
Бөгөн дә - сәп,
Ҡәүемдәргә дәүләт - тере ҡалҡан.
Ҡан хаҡына,
Һанһыҙ йән хаҡына
Дәүләт булып иләү тере ҡалған.
Беҙ-сәп.
Тоҫҡаулы уҡ.
Ә ныҡлымы икән бөгөн ҡалҡан?
Битарафлыҡ тигән дат-тут баҫһа,
Бер ҡатлылыҡ менән ҡапҡа асһаҡ,
Халыҡтанмы ҡалмаҫ тик он-талҡан?!
Беҙ-сәп.
Еребеҙ - шәп.
Ҡыҫтыралар һалам һалпы яҡҡа...
Тик күҙгә-күҙ алышып өйрәнгәс
Арҡабыҙҙа беҙҙең юҡ шул ҡалҡан.
Беҙ-сәп.
Һаҡла арҡаң,
Арҡаң һаҡла, халҡым, ҡуйсы ҡалҡан.
Йылан кеүек шыуып түргә менһә,
Мәкерле хан һалып ҡуйыр салҡан,
Арҡаң һаҡла, халҡым, һаҡла арҡаң!
Рух Ватаны
Ҡыҙыл диңгеҙ буйлап ай күпере,
Күпер буйлап Айға менеп барам.
Йөрәгемдән һыҙылып ҡаным аға,
Ҡан хәтере – төҙәлмәҫлек ярам.
Күпме төҙөрбөҙ ҙә емерербеҙ –
Емертербеҙ мәкер ҡотҡоһонан,
Тағы мәрткә китеп барырбыҙмы,
Уянғастын милләт йоҡоһонан?!
Тарау-торау мәр төҙөп ятмышбыҙ,
Тарау-торау килә милләт - эстән,
Инә ҡорто ҡайҙа күсебеҙҙең,
Нимә ҡалыр Инә ҡортһоҙ күстән?
Батшаны ла тапҡан-баҡҡан - Әсә,
Батшаларҙың башын борған – Бисә,
Әсә ҡуйынында Милләт үҫә,
Бөгөнгөнән иртәгәгә күсә.
Әсә хәйәтендә - милләт йорто,
Милләт бишеге лә - ошо йортта,
Нимә генә ҡалыр башҡортлоҡтан,
Аяуһыҙлыҡ, иманһыҙлыҡ йотһа?!
* * *
Ит ғәфү, әй Ай, тинем мин
Нурҙарыңды урланым
(Ш.Бабич)
Ҡыҙыл диңгеҙ ҡыҙыл түгел икән –
Нур уйнатҡан көмөш төҫөндә.
Айға баҫып тороп уй уйланым,
Мәр сағылған диңгеҙ өҫтөндә.
Рух мәребеҙ беҙҙән хеҙмәт көтә,
Ҡаҡшатырға бирмәҫ көс көтә,
Инә ҡорто сирле умартаны
Һурнаҡ баҫа, йәки күс китә.
Нур алайым һинән, әй тулған Ай,
Рух йортобоҙ һинән нурланһын,
Иң иманлы, ҡеүәтле төйәк, тип,
Башҡортостаныбыҙ ҙурланһын.
Яуап иңде күкрәгемде ярып,
Бурыстарҙы барлап атаны:
- Ҡаҡшатмаҫлыҡ итер мәр нигеҙен
Динең, телең, ҡаның, Ватаның.
Динем, телем – һеҙ бит аяу көткән,
Ҡанбабалар әйткән аманат,
Ватаным тип ир-ат ҡанын ҡойған,
Ир менән ат – илгә пар ҡанат.
Ҡанын ҡойоп әсә бала тапҡан,
Ил ҡанына өҫтәп яңы ҡан,
Динем, телем, ҡаным, тыуған ерем -
Ҡабатлайым талмай яңынан.
* * *
Айҙың нурын йөрәгемә йыйып,
Әсәкәйҙәр, һеҙгә өләшәм,
Ныҡтан, ҙурҙан төҙөгөҙ, тип, мәрҙе
Тәүинәләр беҙгә өндәшә.
Ошо һүҙҙе алып ҡайттым һеҙгә
Айҙың ун дүртенсе төнөнән,
Мысыр мәрҙәренә инеп ятҡан
Үткәндәрҙең өнһөҙ өнөнән.