0%

Мыйыҡлы сәпсек(шиғыр). Сафуан Әлибай

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Мыйыҡлы сәпсек (Шиғыр)
автор Сафуан Әлибай
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Мыйыҡлы сәпсек


Яҙ көнөндә ҡошсоҡтар
Бөтәһе зыҡ ҡубалар,
Үҙҙәренә ҡыуанышып
Яһай яңы оялар.
Бер сәпсек ҡунды тәҙрәгә,
Ап-аҡ ҡына йөн ҡапҡан.
Ә Салауат күҙен алмай,
Ниндәй мәрәкә тапҡан?
Саҡырып миңә күрһәтә:
«Ҡара әле, нисек,— ти,—
Әллә ҡайҙан осоп килгән
Бер мыйыҡлы сәпсек?»— ти.
 
 


1996 йыл