0%

Муйыл,Ҡотой һәм беҙ(хикәйә). М.Кәримов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Муйыл, Ҡотой һәм беҙ ( хикәйә )
автор М.Кәримов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Муйыл, Ҡотой һәм беҙ


 Быйыл муйыл ғәжәп уңды. Тик йыйырға барыуы уңайһыҙ. Урман ауылдан әллә ҡайҙа алыҫта ята. Шулай ҙа бер көн йыйылдыҡ та урманға киттек. Бына урман. Муйыл ағастары беҙҙе суҡ ботаҡтарын болғай-болғай ҡаршы алды. Емешле ағастарҙы күреп, Ҡотойҙоң күҙҙәре дүрт булды. Иң суҡ муйыллы ағастарға билдә һала башланы.
Беҙ уның был ҡомһоҙлоғона хайран ҡалдыҡ. Шунан ҡул һелтәнек тә ары киттек. Бер ни тиклем алыҫлашҡас, артыбыҙҙан Ҡотой килеп етте.
— Китмәгеҙ инде. Үҙемдән ҡалған муйылдарҙы һеҙгә бирәм, — ти был.
Аҡылы алтын икән. Үҙенең ҡалдығын беҙгә бирмәксе була.

 


1988 йыл