0%

Музыкант(шиғыр). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Музыкант ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Музыкант


Наиләнең эше күп хәҙер —
Музыкаға өйрәнә.
Дүрт ҡыллы мандолинаһын
Үҙе белә көйләргә.
«До, ре, ми, фа, соль, ля, си»,— тип
Йырлай нота станы.
Мандолина йырлап тора
Наилә генә ҡушҡанды.
Байрам һайын концерт ҡуя
Ҡыллы оркестрҙары.
Бергәләшеп уйнағас ни,
Дәррәү сыға йырҙары.
 


1993 йыл