Миҙгел һәм мәңгелек. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Миҙгел һәм мәңгелек


("Урал" йырына)
Онотолмаҫ кеүек ине бер йыр,
Һеңгән ине шундай күңелгә,
Ә бөгөн ул - әйтерһең булмаған -
Төпкөлөнә аңдың күмелгән.

Онотолған инде һүҙҙәре лә,
Иҫкә төшмәй инде көйө лә,
Бер миҙгеллек кенә йырға әүрәп,
Әҙме янып, әҙме көйөлгән!

Заман заңы тиеп, әҙәми зат
Ниҙе маҡтап, ниҙе хурламай.
Арбаһына кемдең ултырмай ҙа,
Кемдең генә йырын йырламай.

Бер миҙгеллек кенә моңға әүрәп
Заяларға йылдар уҙалар.
... Әлдә мәңге юғалмаҫ ҡурай бар,
Әлдә мәңге үлмәҫ "Урал" бар!


2015