Jump to content

Мираҫ. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource


Мираҫ


Ергенәһе ҡәҙерле бит,
Баһалы бит халҡыма -
Күккә осҡанда ла, ерҙән
Ҡеүәт алып ҡалҡына.

Ни кисерһәк - еребеҙҙә,
Халҡым һүҙенән беләм:
Ул - йығылып ятып илай,
Тәгәрәп ятып көлә.

Бәхете лә - ошо ерҙә
Ләхете лә - ошонда,
Ҡанбаба ҡаны һуғарған
Урал тигән йортонда.

Ҡайғылары еңелерәк,
Шатлыҡтары татлыраҡ,
Ҡараңғы төн - яҡлаусыһы,
Ә ҡояшы – яҡтыраҡ.

Беҙ бахыр тимәгеҙ аслан –
Был һүҙҙәр төптө ялған.
Ерҙән дә ҙур мираҫ бармы
Олатайҙарҙан ҡалған?!

Кендек бауым күмелгән ер!
Күмелеп беркетелгән.
Һиңә йығылып илайым,
Һиндә тәгәрәп көләм!


2012