Jump to content

Мин - тәбиғәт ҡыҙы

From Wikisource
Мин - тәбиғәт ҡыҙы (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (85-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Мин - тәбиғәт ҡыҙы


Мөлдөрәп тә тулған күҙҙәремде
Күккә бағып тағы тын ҡалам,
Ҡыҙарып та батҡан ал ҡояштың
Нур-шәүләһе уйнай йылғала.

Ҡояш батты. Бары алһыу шәфәҡ
Саҡыра кеүек мине янына,
Ҡыйырсыҡ ай, гүйә, әҙер тора,
Ҡәләм итеп шиғыр яҙырға.

Тыныс ҡына аҡҡан көмөш һыуҙың
Төптәрендә дауыл-ут микән?
Йылғаның һуң туҡтап ярһыуынан
Яңғыҙ ҡалған сағы юҡ микән?

Еңеләйә кеүек яңғыҙлығым,
Тирә-яҡҡа бағып, тын ҡалһам…
Мин – тәбиғәт ҡыҙы, шуғалыр ҙа
Елдәр менән бергә тын алам.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.