Оҙаҡ йылдар ситтә йәшәһәм дә,
“Баймаҡ” тигән һүҙҙе ишетһәм
Тертләп китәм. Йөрәк тибә башлай,
Әсәм ингән кеүек ишектән.
Ғәзиз тыуған ерем! Иҫләйһеңме
Бәхет эҙләп киткән ҡыҙыңды?
Данлы улдарыңды иҫләйһеңдер,
Киткән ҡыҙың - киҫкән ҡырҡынды…
Ҡайтам тиһәң, ҡайтып етеп булмай,
Китәм тиһәң, тағы бер бәлә,
Ә шулай ҙа күңел шунда әйҙәй,
Оноторлоҡ сара юҡ мәллә?
Сит тарафта хәҙер үҙ кеше мин,
Башҡа ергә хеҙмәт иткәнмен…
Ләкин аңламайым күңелемдә
Ниңә һаман Баймаҡ икәнен.
“Баймаҡ!”- тиһәм, башты күккә сөйәм,
Яурындарым хатта кирелә,
Күңелемә һаман шундай яҡын
Кешеләре, һыуы, ере лә.
Кем Баймаҡта тыуған, шулар белә:
Беҙҙең аңға, ҡанға һеңгән ул,
“Мин - Баймаҡтан!”- тигән һүҙҙе ғорур
Ҡабатлайҙар күпме ҡыҙ һәм ул.
…Күпме йылдар ситтә йәшәһәм дә,
Саҡыра ла тора тыуған ер,
Баймаҡ бары тыуған урын түгел,
Ул - диагноз. Бөтәбеҙгә бер.