0%

Мин һиңә ышанам(хикәйә). Р.Ғабдрахманов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Мин һиңә ышанам (хикәйә )
автор Р.Ғабдрахманов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Мин һиңә ышанам


 
 Яҙ килеп, көндәр йылынғас, Фәриҙәнең атаһы тәҙрәләре алдындағы ерҙе ҡаҙып ташланы. Ә Фәриҙә менән Ләлә уны тырма менән йомшарттылар. Төрлө сәскәләрҙең орлоғон сәсеп, аҙағынан һыу һибеп ҡуйҙылар.
— Бында йәй көнө бик матур сәскәләр үҫәсәк, — тине уларға аталары.
Бер көндө Фәриҙә, өйгә тиҙерәк инәм тип, ҡаҙылған ер аша йүгерҙе, уны урап үтергә иренде. Тик, ҡапҡа эсенә индем тигәндә генә, уның беләгенән бер ағай тотоп алды.
— Ай-яй-яй! — тине ул, башын сайҡап. — Уҡыусыға был бер ҙә килешмәй.
Фәриҙә аптырап китте:
— Юҡ, ағай, мин бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәнем. Ебәрегеҙ мине, — тине ул.
— Эшләнең шул бына, — тине ағай. — Кемдәрҙер ҡаҙған, йомшартып, нимәлер сәскән. Ә һин тапап йөрөйһөң. Шул насарлыҡ түгелме ни?
Фәриҙә ҡыҙарып китте:
— Ни, ағай, уны беҙ үҙебеҙ бит...
Ағай уға әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәне:
— Үҙегеҙ сәсһәгеҙ ҙә ярамай. Әгәр йорт һалыусы, мин үҙем төҙөнөм, тип өйҙәрҙе һүтеп ташлаһа, нимә булыр ине! Ҡаҙып сәскәнһегеҙ икән, рәхмәт! Хәҙер ул һинеке генә түгел инде, бөтә халыҡтыҡы булды. Уны тапарға һинең хаҡың юҡ. Һин уҡыусы бит. Быны ғына белергә тейешһең инде.
Фәриҙә үҙ хатаһын аңланы, бик оялды.
— Бынан һуң мин улай эшләмәм, — тип ағайҙың күҙҙәренә ҡараны. Ағай уның башынан һыйпап йылмайҙы ла:
— Мин һиңә ышанам, — тине.


1988 йыл