0%

Мин үлмәнем, башҡорттарым! Салауат Юлаев

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Мин үлмәнем, башҡорттарым! (шиғыр)
автор Салауат Юлаев
Сығанаҡ: Фазлыева Ф. Н. Уралым — тыуған төйәгем: Методик ҡулланма. — Өфө: Башҡортостан "Китап" нәшриәте, 1997. — 200 бит. — 43-сө бит. — ISBN 5-295-00035-4.


Мин үлмәнем, башҡорттарым!


Һин алыҫта минән, Ватаным!
Тыуған төйәк бигерәк аяулы.
Ҡайтыр инем дә бит, башҡорттар,
Аяҡтарым минең бығаулы!

Ҡарҙар күмә минең юлымды,
Тындарымды ҡыҫа таш йорттар.
Әммә яҙын ирер ул ҡарҙар.
Минме? Юҡ, үлмәнем, башҡорттар.