0%

Мин яҡшыраҡ бит әле! Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Мин яҡшыраҡ бит әле! (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 12.06.2014. Нәшер ителгән: 12.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Мин яҡшыраҡ бит әле!


Кемдер иҫәнлек ҡушмаһа,
Йә иҫәнлек алмаһа,
Еңелерәк булып ҡала
Үҙ-үҙемде алдаһам:

“Ишетмәне, күрмәгәндер,
Өндәшерлек юҡ хәле,
Үпкәләп тормаҫмын инде –
Мин яҡшыраҡ бит әле!”

Бурысҡа алып, бирмәйсә,
Һүҙен ишетһәм аҙаҡ,
Асыуланып йөрөмәйем,
Ҡалмайым бер ҙә аҙап:

“Минән аҡса алған икән –
Мин байыраҡ, мин хәлле!
Бирмәһә – ҡабат һорамаҫ,
Мин яҡшыраҡ бит әле!”

Көнләшкәнде, үсләшкәнде
Изгелек менән еңәм.
Еңәм микән? Иллә мәгәр
Күңелем яҡты гелән!

Ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрҙең
Ҡәҙерле һәр бер мәле,
Йәшәйем алдап үҙемде:
“Мин яҡшыраҡ бит әле!”


12.06.2014