0%

Мин кәрәкмен икән…Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Мин кәрәкмен икән… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 24.07.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Башты күтәрерлек хәлем дә юҡ,
Күҙ алдында оса себендәр…
“Ҡан баҫымың, - тиҙәр,- күтәрелгән,
Борсолорға түгел бөгөндән.”

Нисек итеп кенә борсолмайым?
 Мин ятам бит! Ҡайҙа балалар?!
… Балаларым, ҡурҡып-өҙгөләнеп,
Күҙҙәремә минең бағалар…

Һүҙһеҙ генә миңә сәй килтереп,
Мендәр-юрғанымды төҙәтеп
Ирем йөрөй… Күҙҙәрендә борсоу…
Ятам кеүек шунда йөҙәтеп…

Хоҙайымдан һорап бер туҡтауһыҙ
Балаларым өсөн һаулыҡты,
Онотҡанмын үҙем тураһында!
Ахырыһы, бөгөн шул йыҡты…

Бөтәһе лә өсөн хәстәрлекте
Күтәргәнмен, ахыры, үҙемә,
Әле бына ҡурҡып,икеләнеп
Баға улар минең күҙемә.

Эй Хоҙайым! Мин кәрәкмен икән!
Балаларым, ирем хаҡына
Берүк йыға һуҡма әле генә,
Кем ҡайғыртыр улар хаҡында?

Кисерегеҙ мине, яҡындарым!
Йығылырға миңә иртәрәк…
Шуны белдем бөгөн: һеҙҙең өсөн,
Һеҙҙең бәхет өсөн мин кәрәк.