Jump to content

Мин-Йома(хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Мин-Йома ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Мин-Йома


 
 Мин — Аҙнаның Йома көнө. Бөтөн туғандарым менән дуҫ, татыу йәшәйем. Үҙегеҙ беләһегеҙ инде, Дүшәмбе Аҙнаны башлап ебәрә. Өлкәндәр Шәмбе һәм Йәкшәмбелә ял итә. Ҡалған көндәр хеҙмәт көнө тип атала. Мин дә — хеҙмәт көнө. Әммә бүтән туғандарымдан айырмам бар. Ер йөҙөндәге бөтөн мосолман өсөн мин — байрам көнө.
Дини календарь буйынса Кесаҙна көнөндә ҡояш байығас башланам мин. Төн килә, артабан — таң ата һәм көн тыуа. Көн тамамланыу менән тәүлек тамамлана, йәғни Шәмбе башлана.
Минең исемем дә матур, шулай бит? Ул ғәрәпсә «джумада» һүҙенән алынған. Джумада — бер ергә йыйылыу тигәнде аңлата.
Үҙегеҙ ҙә бик яҡшы беләһегеҙ инде, ҡәҙерле дуҫтарым, Йома көнөнә өлкәндәр алдан әҙерләнә. Йыуыналар, өйҙө йыйыштыралар. Көн тыуғас, матур кейем кейеп, мәсеткә йыйылалар. Йома намаҙы уҡыйҙар. Йома намаҙы бик сауаплы. Уны уҡырға барған кешенең аҙымы һайын гонаһы түгелә, төшөп ҡала бара.
Әйткәнемсә, мин — изге көн, иң дәрәжәле көн. Күк йөҙө болот менән ҡапланғанда ла, ҡояш күренеп, мәсет манараһын балҡытып алыусан.
Мин, Йома, шуға бик шатланам: өлкәндәр минең хөрмәтемә байрам табыны ҡоралар. Кескәйҙәрҙе, өләсәй-олатайҙарҙы тәмле ризыҡтар менән һыйлайҙар. Бөтәһе лә изгелек, яҡшылыҡ тураһында ғына һөйләшә. Бер-береһенә изге теләктәр теләй кешеләр.
Мин, ҡәҙерле дуҫтарым, һеҙгә гел бәхет, шатлыҡ ҡына теләйем.


2009 йыл