Минуслай. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Минуслай


Барометр кеүек ҡустым,
Иртән тыңлай радио:
- Йылыраҡ кейен мәктәпкә,
Һыуытып тора, - ти ул.
Ә яңыраҡ белеп ҡалды
Плюс менән минусты:
- Минуслап тора, йылыраҡ
Кейен, - ти хәҙер ҡустым.


2012