Jump to content

Минең өләсәйем(шиғыр). Абдулхаҡ Игебаев

From Wikisource
Минең өләсәйем (Шиғыр)
автор Абдулхаҡ Игебаев
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Минең өләсәйем


 Өләсәйемдең сәстәре ап-аҡ.
 Ерҙәге ҡарҙай күренә ялтлап,
 Һүҙҙәре уның күңелгә яҡын,
 Йөҙө мөләйем, ҡулдары алтын.
 Ул эшһеҙ тормай, йә иҙән йыуа,
 Йә ҡош-ҡорттарын баҡсанан
                          ҡыуа.
 Йә күлдәк тегә, йә һырый юрған,
 Йә түр тәҙрәгә әҙерләй ҡорған.
 Өләсәйемдең сәстәре ап-аҡ,
 Ерҙәге ҡарҙай күренә ялтлап.
 Ваҡытын бер ҙә ул әрәм итмәй,
 Иллә үҙенең эше һис бөтмәй.


1996 йыл