Jump to content

Минең хроникам. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

* * *


Юғалған Урман Рәүәте,
Үлән алған эҙҙәрҙе,
Һирәк кесерткән таныта
Зымзыя нигеҙҙәрҙе.

Өләсәмдең бала сағы
Үткән ошо битләүҙә,
Ошонда тәү ауаз һалған,
Аҙым яһаған тәүләп.

Өйөр-өйөр аттар тотҡан,
Йорттар һалған ҡанбаба,
Май тулы булған батмандар,
Һаумал ҡымыҙлы - һаба

Көмөш-мәрйен ботлап-ботлап
Бирнәлеккә - киленгә...
17 һәм 21 ...
Барыһы киткән тигенгә.

Исемен генә ҡалдырған
Өләсәйем ауылы -
Упҡынға алып осорған
37 дауылы.

41 - һуңғы нөктә ҡуйған...
Нигеҙҙәрҙә - кесерткән.
Әй аяуһыҙ - егерменсе -
Быуат ниҙәр кисерткән!

Ҡанбабам тарихын һөйләй
Етем Рәүәт йылғаһы.
Йәшем йыуам таң һыуында-
Мин дә иҫтә ҡалаһы...


2015