Jump to content

Минең дуҫым компьютер(хикәйә). Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

From Wikisource
Минең дуҫым компьютер ( хикәйә )
автор Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Минең дуҫым компьютер


 Абдулла олатайым атайымдың тыуған көнөнә компьютер бүләк итте. Атайым быға бик ныҡ шатланды:
— Был дуҫҡа айырым бүлмә бүлергә кәрәк, — тине ул.
Мин уға аптырап ҡарағас:
— Эйе, эйе, ул беҙҙең ғаиләбеҙҙең ысын дуҫы буласаҡ, ә бигерәк тә һинең дуҫың, ярҙамсың була күрһен.
Шулай итеп, был дуҫты айырым бүлмәгә урынлаштырҙыҡ. Атайым хәҙер компьютерҙа нимәлер иҫәпләй, әсәйем шиғырҙар баҫа, ә олатайым баҡсабыҙҙа нисек итеп матур йорт һалырға тип план ҡора. Атайым мине лә компьютерҙа эшләргә өйрәтте. Мин уның менән төрлө уйындар уйнайым, һүрәт төшөрәм, шиғыр сығарам, математика, инглиз теле, урыҫ һәм башҡорт телдәре менән шөғөлләнәм. Минең дуҫым шахматта ла уйнай белә.
Миңә уның менән бик ҡыҙыҡ. Ул бер ҡасан да ялҡытмай.
Тик өләсәйем: «Дуҫлыҡтың да сиге була, бер- берегеҙҙе ялҡытмағыҙ. Компьютер эргәһендә оҙаҡ ултырһаң — һаулығыңа зарар була», — ти. Шуға күрә мин дуҫым менән көнөнә бер мәртәбә 40 минут аралашам. Күберәк булмай ҙа, сөнки минең мәктәптә лә, урамда ла әхирәттәрем һәм дуҫтарым бик күп.

 


1988 йыл