Jump to content

Миләш(шиғыр). Фәүзиә Рәхимғолова

From Wikisource
Миләш (Шиғыр )
автор Фәүзиә Рәхимғолова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Миләш


 Ел ыжғырҙы, ҡар туҙҙы,
 Тик миләш торҙо балҡып,
 Күҙҙең яуын алырлыҡ,
 Ул хас та ҡыҙыл ялҡын.
 Һалҡын ҡасты миләштән,
 Ялҡын тиеп уйланы.
 Ә миләш ҡошсоҡтарҙы
 Ҡунаҡ итте, һыйланы.


1996 йыл