Милләт (ҡобайыр). Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


Милләт тиеп һүҙ һөйләүҙән арымайбыҙ,
Шуны һөйләп ни хәлдәргә тарымайбыҙ,
Тик нимәне аңлата һуң милләт тигән,
Инде быны аңларға ла мөлләт* тиһәң?
Бер тупраҡта йәшәгәндәр туғаныңмы,
Кеме яҡын - үҙ ереңдән ҡыуғанымы?
Туғаныңдыр - шул тупраҡты һаҡлашҡандар,
Дошман килһә арҡалашып яҡлашҡандар.
Кем генә юҡ хәҙер беҙҙең тыуған ерҙә,
Һанай китһәң ҡәүемдәре мең дә бер ҙә.
Әммә былар башҡорт түгел, бары яҡташ,
Еребеҙҙә тороп ятҡан бер тупраҡташ.
Бәлки милләт һаналалыр ҡандаштарың,
Ҡаны бер тип уйланылған һандаштарың?
Тик фән таный: ҡаны берҙәр донъя тулы,
Мәгәр күбе башҡортомдоң түгел улы.
Тел-тел тибеҙ, мөһимлеген беҙ беләбеҙ,
Тел белмәй тип ҡай сағында тибеләбеҙ,
Тик милләт ул телде генә аңлатамы,
Башҡортсаны белгән урыҫ - үҙ атаңмы?
Мосолмандар һәммәһе бер өммәт тиҙәр,
Ни ҡан булһын, бер-беренә ҡиммәт, тиҙәр,
Өммәтебеҙ бер булһа ла милләт башҡа,
Тамырыбыҙ береккән бит Урал ташҡа.
Берәм-берәм теҙеп сыҡтым - кем тип башҡорт,
Дүрт терәккә нигеҙләнгән беҙҙең баш йорт -
Милләт бит ул тәү сиратта - ер берлеге:
Ҡанбабаның быуат-быуат ҡәберлеге.
Икенсеһе - ошо ерҙә ҡандаш булыу,
Күп ырыуҙы бергә ҡушҡан хан баш булыу.
Быуат-быуат бер һандалда сүкелгәнлек,
Арҡалашып һынауҙарҙы үтелгәнлек.
Өсөнсөһө, һис шөбһәһеҙ, әсә теле,
Бер күс итеп ойошторған йәшәү теле,
Күҙәнәккә инеп биргән аң-зиһенде,
Телең менән танытаһың һин илеңде.
Дүртенсеһе - булыуың бер инаныста,
Бер ҡиблалыҡ - милләт өсөн ҡыуанысҡа,
Уңырбыҙ тик төрлө дингә ҡатышмаһаҡ,
Аҡҡош, суртан, ҡыҫалалай тартышмаһаҡ.
Булыр, шикһеҙ, төрлө яҡҡа ҡайырғандар,
Һин ҡара тип, һин һары тип айырғандар,
Онотмайыҡ - ҡөҙрәт бары берҙәмлектә,
Милләттәштең ҡәҙерҙәрен белгәнлектә

*Мөлләт - мөҙҙәт, ваҡыт


2015