Jump to content

Милләтемдән бер тамсы. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

Милләтемдән бер тамсы


Бәҫ өҫтәр яҡшылыҡ күрһәм- милләтемә мин яусы,
Көндәрем хеҙмәттә үтә - милләтемә мин ялсы,
Милләт өсөн хәүеф тыуһа - булалам утлы ҡамсы,
Халҡым ҡанынан тамғанмын – башҡорттанмын бер тамсы.


2013