Jump to content

Маскарад(шиғыр). Бөрйән Байым

From Wikisource
Маскарад (Шиғыр)
автор Бөрйән Байым
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Маскарад


Бөгөн ёлка, маскарад,
Костюм, маска күп харап.
Төрлө-төрлө кейемдәр,
Таныйһыңмы, был кемдәр?
Юлай ана — юлбарыҫ,
Ҡурҡытып йөрөй барын,
Һикереп йөрөп арый
Кенгуру булған Барый.
Хәтәр кейенгән Хәмит,
Күрһәтә беҙгә кәмит.
Тәкмәс ата, көлдөрә,
Клоунлығын белдерә.
Гөрләп тора маскарад,
Эй, күңелле лә харап!
Костюмһыҙҙар ултыра
Көнләшеп, ситтән ҡарап.
 


1996 йыл