Эй үҙәк өҙгөс тауышлы,
моңло, зарлы мандолин,
Килсе, моңлансы өҙөп бер,
мин дә тыңлап моңланыйм.
һин минең йән серҙәшем,
йән моңдашымһың, мандолин!
Сергә бөткән, моңға бөткән
зарлы тауышың йәнгә им.
Шул һинең тауышың ғына тик
дәртемә дарман бирә,
Шул бирә һәр нәмәне:
шул йән бирә, шул йәм бирә.
Шул миңә уй, шул миңә хис,
шул миңәргә аң бирә.
Шул миңә сер шишмәһенән
лөьлө* вә мәрйен бирә.
Эй минең күңелемде сафлаусы
мөҡәддәс мандолин,
һине тыңлап, күҙҙәрем
саф йәшкә мансып алғылыйм.
һине тыңлап, һәммә таптан,
һәммә керҙән сафланам,
Сафланам да, пакланам да:
"Алла, алла, алла!"-тим.
Эй сихырлы, серле, илһамлы,
ғәжәйеп мандолин!..
Әйҙә һыҙҙыр, әйҙә өҙҙөр,
сафланыйм, иманланыйм!
*Лөьлө — ынйы.