Jump to content

Көҙ еткәс(шиғыр). Кәтибә Кинйәбулатова

From Wikisource
Көҙ еткәс (Шиғыр)
автор Кәтибә Кинйәбулатова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Көҙ еткәс


 Килеп етте тағы көҙ көнө,
 Ябай түгел — көҙҙөң
                   алтыны.
 Саған ағастары ғәжәйеп:
 Яна ялҡын төҫлө талпынып.
 Тәңкә-тәңкә япраҡ ҡойола
 Талғын ғына йомшаҡ елдә лә,
 Көҙ һаман көҙ ул, күрәһең,
 Япраҡ төшә сыуаҡ көндә лә.
 Ошо ваҡыт бөтә япраҡтар
 Шыбырланы минең ҡолаҡҡа:
 Османыҡ бит бына йыраҡҡа,
 Түшәлдек бит тыуған тупраҡҡа.


1996 йыл