100%

Көҙ. М.Аҡмулла

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Көҙ
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Көҙ


Йәмерәйеп, күктә болоттар күсә,
Һыуыҡ елдәр ер өҫтөн ялап иҫә.
Йорт бөрөшөр, ҡарт ҡылысын һөйрәткән,
Шығырҙаған ҡыш һулышы "ау!" тиһә.
Яҙғы йәшел ерҙең төҫө уңғанын,
Һыуыҡ һуғып, урмандарҙың туңғанын
Күреп күңелең, әсең бошор, һарғайып,
Япраҡтар төшөп ерҙә һулығанын.
Ер йөҙөндә йәшлек күрке ҡалмайҙыр,
Биткә ыжғыр, һыуыҡ елдәр ыулайҙыр.
Дала тып-тын. Күк тә һорғолт күренеп,
Көндөң күҙе унан ҡарай алмайҙыр.
Ҡайсаҡ дауыл көн-сыуаҡты ҡоротор,
Ерҙе, күкте һоп-һорғолт ҡыр һыуытыр.
Яҙғы күргән рәхәттәрен бар ғаләм
Ваҡытлыса, яҙ килгәнсе, онотор.



Аңлатмалар

Иҫкәрмәләр