Jump to content

Көҙгө урманда(хикәйә). Н.Игеҙйәнова

From Wikisource
Көҙгө урманда(хикәйә). Н.Игеҙйәнова ( хикәйә )
автор Н.Игеҙйәнова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Көҙгө урманда


 Кисә ҡойоп ямғыр яуып үткәйне. Бөгөн көн аяҙ, йылы.
— Ямғырҙан һуң бәшмәктәр күп сыға. Әйҙәгеҙ, урманға барайыҡ,— тине дуҫтарына Эльвира. Ул бәшмәктәрҙе бик яҡшы белә.
Эльвира, Ғәшүрә һәм Ләйсәнде эйәртеп, урманға ашыҡты. Уларға Өлфәт менән Азат та ҡушылды.
Көҙгө урман үҙе бер сихри донъя икән. Ҡоштар күп. Йылы яҡтарға китергә йыйына улар. Ҡырмыҫҡалар ҙа ҡышҡа әҙерләнә: үҙҙәренән дә ҙур нәмәләрҙе ояларына ташый.
— Бәшмәк йыйыуы бик ҡыҙыҡ ул. Әйҙәгеҙ, ярышабыҙ: кәрзинен кем алдараҡ тултырыр икән?-— тине Эльвира.
Балалар еңел, әммә ныҡ таяҡтар эҙләп тапты. Таяҡтарҙың бәләкәйерәген Өлфәт Ләйсәнгә тотторҙо. Араларында иң кескәйе ине шул ҡунаҡ ҡыҙ. Бөтәһе лә ҡулдарындағы «ҡоралдары» менән үләндәрҙе һаҡ ҡына айырып, ҡойолған япраҡтарҙы ҡалҡыта төшөп, бәшмәк эҙләргә тотондо. Ләйсән Ғәшүрә менән Эльвира артынан эйәрҙе.
— Ашарға яраҡлылары ниңә гел үлән йә япраҡ аҫтында үҫә икән?— тине Ғәшүрә, кәрзиненә бәшмәк һалып.
— Бысаҡ менән киҫеп алыуҙан ҡурҡышып йәшенгәндәр бит улар!—тине Ләйсән.
Бер аҙҙан кемдең күпме йыйғанын ҡарарға булдылар. Азаттың кәрзине туп-тулы ине. Эльвира менән Ғәшүрәнең — яртышар. Өлфәт тә уларҙан ҡалышмаған. Барыһының да кәрзинен тикшереп бөткәс, Ләйсәндекенә күҙ һалдылар. Бәләкәй кәрзиненең төбөндә өс-дүрт бөртөк кенә бәшмәк ята ине.
— Бәй, бәй, тырҡыштарҙы ниңә йыйҙың?— тине Эльвира аптырап.
— Нимә була ул «тырҡыш»?— Ләйсән ҡаушап ҡалды.
— «Тырҡыш» — бысраҡ, яраҡһыҙ тигәнде аңлата, йәғни мухомор. Һин ағыулы бәшмәк йыйғанһың,..— тип аңлатты Эльвира.— Ҡана, ташлай һалайыҡ та ҡулыңды йыу! Шишмә йыраҡ түгел.
— Юҡ, ташламайым!— тине Ләйсән ҡәтғи генә.— Матурҙар бит.
— Һәр матур нәмә яҡшы булмай ул!—тип ҡуйҙы Өлфәт, олатаһының һүҙҙәрен ҡабатлап.
— Ә мин нисек буш ҡайтайым?— ҡыҙыҡай иларға етеште.
— Әйҙәгеҙ, бергәләп йәһәт кенә йыйышабыҙ. Тәүләп килә бит, икенсе тапҡыр үҙе лә таныр,— тине Азат.
— Ҡарағыҙ әле, был ысын бәшмәкме?— тип һораны Ләйсән.
— Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә...— тип өлкәндәрсә һөйләнә-һөйләнә ҡыуанды Ғәшүрә, ҡунаҡ ҡыҙҙың табышын күреп.— Был бер үҙе генә булмаҫ, тирә-яғын байҡарға кәрәк.
Ғәжәп! Бер урындан ғына ла Ләйсәндең кәрзине тулырлыҡ бәшмәк табылды.
Урман алыҫ булмаһа ла, ҡайтырға сыҡҡас, ултырып хәл алырға тура килде. Ләйсән арығайны.
— Үләндәр ниңә йығылған?— тип һораны ул.
— Ҡыу үлән бит,— тип аңлатты Эльвира.
— Ниндәй үлән?
— Ҡартайған үлән. 
— Ә-ә-ә, белдем, өләсәйем кеүек арыған да ял итергә ятҡан икән...— тине Ләйсән.
— Һин дә арының, иртәгә килә алмаҫһың инде,— тине Өлфәт, ҡыҙыҡайҙы йәлләп.
— Киләм!— тип ырғып торҙо быныһы.— Мин хәҙер ике төрлө бәшмәк беләм: гөрөздәне, аҡ бәшмәкте!
— Өс төрлөнө!— тине Өлфәт,— Тырҡышты ашарға яраҡлылар менән бутамаҫһың бит инде?
— Эйе, өс төрлө бәшмәк беләм!— тип килеште Ләйсән.
Зирәк, тырыш ҡыҙыҡайға барыһы ла йылмайып ҡараны


1996 йыл