Көҙгө Инйәр. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Көҙгө Инйәр.


Көҙгө Инйәр
Ҡурғашланған Инйәр һыуы,
Тулҡыны ҡағыр-ҡаҡмаҫ,
Йондоҙ булып яуып төшкән
Япраҡтар ағыр-аҡмаҫ.
Туғарылған аттар кеүек,
Кәмәләр ярҙа бәйле…
Йөрәктәргә һағыш һалып
Көҙҙәрҙең киткән мәле.
Тәүге ҡар яуыр ҙа тиҙҙән,
Көҙгөләнер һыу өҫтө.
…Япраҡтарҙың ыуыҙ ғына
Сағы иҫемә төштө.
Инйәр ниндәй ярһыу ине,
Күк ниндәй бейек ине,
Хистәрем дә ябай түгел,
Хистәрем бөйөк ине.
Олпатланған даръя һыуы,
Тулҡыны ҡағыр-ҡаҡмаҫ.
Йондоҙҙар ята төбөндә –
Ҡалыр инде боҙ аҫтында,
Башҡаса улар ҡалҡмаҫ.


2012