0%

Көтөлмәгән буран(хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Көтөлмәгән буран ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева

FuthorФакиһа Туғыҙбаева '

.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Көтөлмәгән буран


 Ни өсөндөр рәссамдар математиктарҙы Һүрәткә күҙлекле, ҡарпыш ҡолаҡлы итеп төшөрә. Тик Фәһим һүрәттәге математиктарға бер ҙә оҡшамаған. Иптәштәренән бер башҡа оҙон, тал Һымаҡ нәҙек. Күҙлеге лә юҡ.
— Мин көндөҙ ҙә йондоҙ күрәм, — тип ебәрә ул үҙе.
Математиканы шәп белгән кеше, ысынлап та, көндөҙ ҙә йондоҙ һанай алалыр, бәлки, тип уйлай класташтары. Бөтә фәндәрҙән дә «бишле»гә уҡыған Фәһимдең бындай һәләте лә булыуына ғәжәпләнерлек тә түгел.
Ләкин... кисә ул математика буйынса контроль эштән «өслө» билдәһе алды. Был аяҙ көндө йәшен атыу менән бер ине. Уҡытыусы Сажиҙә апай, контроль эш һөҙөмтәләре менән таныштырып:
— Бөтә класс «дүртле», «бишле» билдәһенә эшләгән. Хатта Шәрифкә лә «бишле» ҡуйҙым, — тине. Күҙлеген сисеп, Фәһимгә ҡараны. — һин кисә ауырығанһыңдыр, моғайын.
Уҡыусылар, тын алырға ҡурҡҡандай, өнһөҙ ҡалып, Сажиҙә апайҙың артабан ни әйтерен көттө. Бәхеттәре бар икән: дәрестәр тамамланыуҙы белдереп, ҡыңғырау шылтыраны.
Фәһим ҡайтып ингәндә, әсәһе Мәфтуха апай, һырмаһын кейеп, йылы шаҡмаҡлы шәлен бәйләп, фермаға эшкә китергә тора ине.
— Эй, улым, һине дүрт күҙ менән көтәм. Сәмиғә апайың район үҙәгенә китте, һыйырҙарын мин ышандырып алып ҡалдым. Бер үҙем әллә ни ҡыйратып булмаҫ, ашап ал да миңә булышырға кил.
Әсәһе, Сәмиғә апайҙың, тигәс, Фәһимдең һарыуы ҡайнаны. Ул бит — Шәрифтең әсәһе.
— Китһә... Улы ярҙам итһен.
— Ҡуй, балам, улай тимә, кешегә изгелекле бул.
— Изгелекле булам тип мин «өслө» алдым бөгөн.
Әсәһе, эшкә ҡабаланһа ла, һырмаһын һалмай ғына ултырғысҡа барып ултырҙы.
— Быныһы тағы ни хәл?
Фәһим энәһенән ебенә тиклем һөйләп бирҙе.
...Контроль эш дәресе башланып ҡына торғанда, Сажиҙә апайҙы кемдер саҡырып алды. Шуны ғына көткән тиерһең, Шәриф тороп баҫты һәм, үҙе менән бергә ултырған Фәһимгә бармаҡ менән төртөп:
— Дуҫтар! Мин башымды ял иттерергә булдым, — тип һөрәнләне. Бөтәһе лә уға боролоп ҡараны. — Атаҡлы математик, дуҫым Фәһим миңә мәсьәләне сисеп бирергә тейеш. Ни өсөн, тиһегеҙме? Онотманығыҙмы, беҙ уның менән тегее ваҡытта бәхәсләшкәйнек.
Эйе шул, бер саңғы ярышында улар бәхәсләшкәйне.
Ағайығыҙ артынан, йә, кем ҡыуып етер икән? — тип алдан уҡ күкрәк ҡаҡҡан Шәрифкә ҡыҙыу ҡанлы Фәһим:
— Мин! — тип ҡысҡырып ебәргәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Мыҡты кәүҙәле, тәпәш Шәриф — якшы спортсы. Йүгереүҙә лә, һикереүҙә лә,
Саңғыла ла класташтарына уның ал бирмәүен Фәһим белһә лә, Шәрифтең ҡупырайып йөрөүе ныҡ сәмләндерҙе.
— Мин уҙып китәм һине! — тине ул.
Шәриф көлөп һораны:
— Йә, нимәнән бәхәсләшәйек?
— һинең менән бәхәсләшеп тә тормайым.
Ҡурҡаһыңмы?
— Ҡурҡты, ти.
Мин еңһәм, һин миңә математиканан контроль эште эшләйһең.
Фәһим яуап биреп тә өлгөрмәне, икеһен дә стартҡа саҡырҙылар. Фәһим йән көсөнә алға елдерҙе. Бүрек ҡолаҡтары сиселеп, ҡош ҡанатындай талпынды. Боролоп ҡараһа — Шәриф әллә күпме артта ҡалған. Фәһим тиҙлеген әкренәйтте. Ул арала Шәриф саңғыларын шыжлатып уҙып китте. Ҡар бураны уйнатып, тауҙан ҡоштай аҫҡа атылды. «Еңде...» — тип уйланы Фәһим, әммә бирешергә теләмәне, финишҡа улар аллы-артлы ғына килде. Беренсе урынды Шәриф алды, әлбиттә.
һәр дәрестә тиерлек, өйгә эште эшләргә онотҡанмын, тип хәтере насарлыҡҡа һылтанһа ла, ҡара һин уны, бәхәсте онотмаған.
Фәһим дә һыр бирә торғандарҙан түгел.
— Миңә биш вариант миҫалдар бирегеҙ — күҙ асып йомғансы эшләйем.
Ул Шәрифтең миҫалдарын сискәнсе, арыу ғына ваҡыт үтте. Үҙенекен ярты-йорто ғына эшләй алды.
Хәҙер ни, ана шул Шәриф арҡаһында әсәһенең ҡаршыһында бөршәйеп ултырырға ғына ҡала инде.
— Кенә ҡыума, улым, — тине әсәһе, тыңлап бөткәс. — Мин эшкә китә торайым, һин дә һуҙылма. — Ул өҫтәлдә ҡайнап ултырған самауыр быуынан ирегән тәҙрәгә күҙ һалды. — Ай-һай, сатлама һыуыҡ. Көн ҡасан һындырыр инде?
Мәфтуха апай ашығып сығып китте. Ишектән өйөрөлөп һыуыҡ инде.
Фәһимдең, сәй эскәс, йоҡоһо килде, урамға аяғы тартманы. «Шәриф әсәһенең һыйырҙарын үҙе генә ҡараһа булмаймы икән ни инде? Асыуым килһә, бармаҫ та ҡуйырмын фермаһына...» Ләкин, әсәһен йәлләп, Фәһим кейенә башланы. 
Көн саҡ ҡына һынып, һепертмә буран сыҡҡайны. Боҙланып ҡатҡан юлдағы яңы ғына Һалынған һырынтыларға бата-бата, пальто яғаһы менән йөҙөн ҡаплап, Фәһим фермаға ашыҡты. Әллә пальто салғыйҙарын буран тартҡылағанға инде, теге саңғы ярышында Шәрифтең, ҡар өйөрмәһе сығарып, тауҙан елдереп төшөп китеүе күҙ алдынан китмәне.
Ферма биналарына етәрәк, томра ғына булып, нимәлер өҫтөрәгән ҡарасҡы күренде. Фәһим, кем икән тип, уның янына йүгерҙе. Әсәһе, санаға фляга һалып, ҡайҙалыр китеп бара:
Фәһимде күргәс, ул ҡыуаныслы тауыш менән:
— Мә, тот, улым, сананы, — тине. — һыу торбалары туңған. Ағайыңдар мәке уйҙы, малсылар өйөнә Сәрмәсәндән һыу ташы.
— Шәриф килмәнеме, әсәй?
— Юҡ шул, — Мәфтуха апайҙың һүҙен буран йотто.
Фәһим, ҡар ҡаплай башлаған мәкене табып алып, флягаға һыу тултырғансы, әллә ни күп вакыт үтмәне, тик сананы ярға өҫтөрәп мендереүе бигерәк ауыр булды: фляга, янтайып, сананан төшөп китте. «Их, Шәриф тә килһә, һыу ташыуы ҡалай еңел булыр ине... — Фәһим үҙ уйынан үҙе асыуланып та ҡуйҙы. — Ниңә баштан сыҡмай һуң был Шәриф!»
һыуҙы малсылар өйөнә илтеп бушатҡас, Фәһим усаҡҡа яғып ебәрҙе. Унан әсәһе менән икәүләп һыйырҙарға бесән һалдылар.
Мәфтуха апай менән Фәһим ҡайтырға сыҡҡанда, ҡараңғы төшкәйне инде.
— Әсәй, мин Шәрифтәргә һуғылып ҡайтайым әле, — тине Фәһим, арып, быймаларын саҡ өҫтөрәп килгән еренән.
— Оҙаҡлама, улым, йәме!
Фәһим «йылп» итеп килеп ингәндә, Шәриф, китап-дәфтәрҙәрен өҫтәлгә һалып, яҙышып ултыра ине. Класташын көтмәгәйне ул: аптырауҙан ҡуйы ҡара ҡаштары бергә ҡушылды.
— Буранда ла йондоҙ һанап йөрөйһөңмө әллә? — тине лә Шәриф, ғәжәпләнеүен күрһәтмәҫ өсөн өҫтәлдәге нәмәләрен тиҙ-тиҙ генә йыя башланы.
— һанар инем дә, ваҡыт юҡ... Әсәйеңдең һыйырҙары Шәриф ағайҙы «һөҙөп ал» тип сәләм әйтергә ҡушты. — Тамам йәне көйгән Фәһим Шәрифтәргә ашыҡҡанда, мин уға берҙе тондорасаҡмын, тип ғәйрәтләнгәйне.
— Эй... Фермаға барырға онотҡанмын да. Әсәйем, Мәфтуха апайыңа ярҙамлашырһың, тигәйне шул.
Шәриф тыныс ҡына һөйләшкәс, Фәһимдең ишектән килеп ингәндәге ярһыуы баҫылды.
— Ни эш бөтөрәһең? — Ҡапыл ул, өҫтәлдәге математика дәреслеге менән дәфтәрҙәргә иғтибар итеп, йылмайып ебәрҙе: — Ә-һә-һә, өйгә бирелгән эште эшләйһеңме?..
Контроль эштән алған «бишле» Шәрифтең сәменә тейҙе. Сажиҙә апайҙың: «Бишле»ң менән ҡотлайым!» — тигән һүҙҙәре лә ғәрләндерҙе. Яҡшы уҡыу уның ҡулынан килмәйме әллә?! Шәриф бөгөн, тәүге тапҡыр күңел биреп, мәктәптән ҡайтҡандан бирле дәрес әҙерләне.
Фәһимдең күңеле күтәрелгәйне инде.
— Әйҙә, мин һиңә өйрәтәйем, — тине ул.
Икәүләп оҙаҡ ултырҙы малайҙар.
Фәһим ҡайтырға сыҡҡанда, буран баҫылып, аяҙ күктә йондоҙҙар емелдәшә ине.

 


2009 йыл