Jump to content

Көсөк бүләк итегеҙ(шиғыр). Гөлфиә Юнысова

From Wikisource
Көсөк бүләк итегеҙ (Шиғыр)
автор Гөлфиә Юнысова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Көсөк бүләк итегеҙ


 Тыуған көнгә бүләк биреү —
 Матур ғәҙәт, изге йола.
 Ике көндән миңә лә бит
 Ете тулып, һигеҙ була.
 Тик алдан уҡ әйтеп ҡуям:
 Дуҫтарыма, туғандарға
 Һәм тағы ла мине белеп,
 Яҡын күреп торғандарға.
 Эҙләмәгеҙ затлы бүләк,
 Минең тыуған көнөмә тип.
 Иҫем китмәй кейемгә лә,
 Уйынсыҡтарым да бик күп.
 Мөмкин булһа, бирегеҙсе
 Бер бәләкәс көсөк кенә.
 Үҫер ине ояһында
 Һөт-ҡатыҡтар эсеп кенә.
 Ҡаршылар ине мәктәптән,
 Шатлығынан өрөп-өрөп,
 Тәпәйҙәрен һуҙыр ине,
 Һаулашырға, яҡын күреп.
 Атай менән әсәйҙе лә
 Торор ине һәр саҡ танып.
 Бер бәләкәй көсөк кенә
 Бирегеҙсе миңә алып.


1996 йыл